+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Салауаттың батыр егете

19 ғинуар көндө Салауат ҡалаһының Губкин урамында урынлашҡан күп ҡатлы йортонда янғын сыға.

 Был ваҡытта Йәмил Аҡъюлов мәктәптән ҡайтып килгән була. Улар йәшәгән йорттан төтөн сыҡҡанын күреп ҡала. Ҡото осҡан егет фатирҙарына ашыға. Сөнки 7 йәшлек һеңлеһе Йәсмин өйҙә яңғыҙы ғына ҡалған була. Подъезға йүгереп инеп барған Йәмилде янғын һүндереүселәр туҡтата, егет хәлде аңлатҡас ҡына үткәрәләр. Үҙҙәре йәшәгән ҡатҡа менеп, фатир ишеген асҡанда, бүлмәләр төтөн менән тулған була. Һеңлеһе әҙ генә булһа ла тын ала алһын өсөн ул һыулы сепрәк менән башын ҡаплап, күтәреп тышҡа ашыға.

- Мин эштә, атайҙары командировкала ине. Улым мәктәптән ҡайтҡансы, тип Йәсминде өйҙә ҡалдырғайныҡ. 83 йәшлек әбей йәшәгән ҡаршы фатирҙа янғын сыҡҡан, үҙе хәҙер дауаханала. Беҙҙең генә түгел, йорттоң 8 ҡатына ла көслө төтөн еҫе һеңгән. Бәхеткә күрә, балаларым иҫән-һау. Ағаһының тап шул мәлдә мәктәптән ҡайтыуы ғына ҡыҙыбыҙҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалды, - ти уларҙың әсәләре Айгөл Аҡъюлова.

Йәмил 24-се мәктәптең X синыфында уҡый. Футбол менән шөғөлләнә. Юрист булырға теләгән егет был осраҡтан һуң янғын һүндереүсе һөнәре һайлау хаҡында ла уйлана башлаған.

Фото:https://mybashkortostan.ru/0139820

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: