-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Батырҙар беҙҙең арала
21 Февраль 2022, 15:13

Йәш геройҙарҙы бүләкләйәсәктәр

Иртәгә, 20 февралдә, "Рәсәй - минең тарихым" тарихи паркында Башҡортостандың йәш геройҙарын бүләкләү тантанаһы уҙасаҡ. Сарала республиканың министрлыҡ һәм ведомство етәкселәренең ҡатнашыуы көтөлә.

Йәш геройҙарҙы бүләкләйәсәктәр
Йәш геройҙарҙы бүләкләйәсәктәр

Әбйәлил, Күгәрсен, Миәкә, Өфө райондары һәм Салауат ҡалаһынан батырлыҡ күрһәткән биш үҫмергә Рәхмәт хаттары, лагерға юллама, бүләккә сертификаттар тапшырыласаҡ. Араларынан берәү Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының миҙалын аласаҡ.

Эйе, беҙҙең арала батырҙар бар. Тыныс тормошта ла батырлыҡ күрһәтергә сәбәптәр килеп сығып  тора шул. Ә замандаштарыбыҙ араһында ҡыйыу, тәүәккәл, изге күңелле, ярҙамсыл йәш геройҙар етерлек.

Фото: gps-ur.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: