+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыйыуҙарға - бүләктәр

2021 йылда «Герой балалар» Бөтә Рәсәй гражданлыҡ-патриотик проектына ярашлы, ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыу­ғанда батырлыҡ күрһәтеп, кешеләрҙе ҡотҡарғандары өсөн илдең 52 төбәгенән 183 йәш герой «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградланды.

Ҡыйыуҙарға - бүләктәр
Ҡыйыуҙарға - бүләктәр

Башҡортостандан да үҙҙәренең тәүәккәллеген, ҡыйыу­лығын күрһәткән балалар бар. Өфө районы Алексеевка ҡасабаһынан Герман Макаров, Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан Алһыу Баймеева, Әбйәлил районы Рауил ауылынан Данир Мөхәмәҙиевтәргә уҙған йылдың декабрендә Рәсәй Федерацияһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының миҙалдары тапшырылғайны. 15 йәшлек Макар туғанын өйҙәрендә башланған янғындан сығарһа, ә Данир һыуға батып барыусы баланы ваҡытында күреп ҡалып, бәләнән ҡотҡарған.
Былтыр йәй көнө беренсе синыфты ғына тамамлаған Алһыу иһә йорттарында ут сығып киткәс, ике бәләкәй туғанын – дүрт айлыҡ ҡына Айрат ҡустыһын күтәреп, йәш ярымлыҡ Камилды етәкләп залдан төтөн баҫҡан кухня аша тышҡа, хәүеф­һеҙ урынға, алып сыға. Янғын ваҡытында дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү шулай ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итә бит. Алһыу бәләкәй генә булһа ла, мәктәптә уҡытыусыһы үткәргән хәүеф­һеҙлек дәрестәрендә өйрәнгәндәрен онотмай, тиҙерәк туғандарын ҡотҡарыу яғын ҡараған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын ваҡытында карауат аҫтына ҡасҡан кескәйҙәр ҙә ҡалған була...
Алһыу Ҡырғыҙ-Миәкәләге 2-се мәктәптә уҡый. Алсаҡ, ҡыйыу ҡыҙ ете балалы ғаиләлә тәрбиәләнә.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы менән берлектә Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан республиканың йәш геройҙарын тағы тантанаға йыйып, Рәхмәт хаттары, ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
Салауат ҡалаһынан Йәмил Аҡъюлов өйҙә яңғыҙы ҡалған 7 йәш­лек һеңлеһен янғындан ҡотҡарғайны. Күгәрсен районы Йомағужалағы 1-се мәктәптең VIII синыф уҡыусыһы Аделина Байтимерова (Ронжина) ла өйҙәрендә янғын сыҡҡас, 3 кенә айлыҡ ҡус­тыһын ут эсенән алып сыға. Тәүәккәл ҡыҙға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының миҙалы тапшырылды.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Ҡыйыуҙарға - бүләктәр
Ҡыйыуҙарға - бүләктәр
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: