+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Арыҫлан Шафиҡов күршеләрен ҡотҡарған

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыныс тормошта ла батырлыҡ күрһәтергә сәбәптәр табылып тора. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан 13 йәшлек Арыҫлан Шафиҡов күршеләрен янғын ваҡытында бәләнән ҡотҡарған. 1-се мәктәптең VII синыфында уҡыған малайҙың уяулығы, тәүәккәллеге, ҡыйыулығы менән 1954 йылғы ир, йорттоң хужаһы һәм уның 1955 йылғы ҡатыны иҫән-һау ҡала. 

Арыҫлан Шафиҡов  күршеләрен ҡотҡарған
Арыҫлан Шафиҡов күршеләрен ҡотҡарған

Арыҫлан янғынды беренсе булып күрә һәм өйҙәгеләргә хәбәр итә, янғын һүндереүселәргә шылтырата. Йорт хужаларын тәҙрә аша сығарырға тура килә, малай ишектән инһә лә, унан кире сығыу мөмкин булмай,  мунсанан башланып киткән ут тиҙ арала бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан йортто ялмап ала. Аяғы булмау сәбәпле инвалид коляскаһында йөрөгән ир кешене сығарғас, Арыҫлан уның ҡатынына ла ярҙам итә. 

Шулай итеп, янғын һүндереүселәр килгәнсе батыр егет күршеләрен ҡотҡара. Әле Рәсәй  Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының  Башҡортостан буйынса баш идаралығында Арыҫлан Шафиҡовты наградлауҙы юллайҙар.  

Фото: МЧС по РБ.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: