+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Арыҫлан Шафиҡовҡа миҙал тапшырыласаҡ

Күгәрсен районы Мораҡтағы 1-се мәктәптән Арыҫлан Шафиҡов тураһында яҙғайныҡ инде: март айында күршеләрен янғындан ҡотҡарғайны. Ул ваҡытта VII синыфта уҡыған үҫмерҙең уяулығы, тәүәккәллеге, ҡыйыулығы менән йорттоң хужаһы һәм хужабикәһе иҫән ҡалды.

Арыҫлан янғынды беренсе булып күрә һәм өйҙәгеләргә хәбәр итә, янғын һүндереүселәргә шылтырата. Йорт хужаларын тәҙрә аша сығарырға тура килә, малай ишектән инһә лә, унан кире сығыу мөмкин булмай. Мунсанан башланып киткән ут тиҙ арала бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан йортто ялмап ала. Аяғы булмау сәбәпле, инвалид коляскаһында йөрөгән ир кешене сығарғас, Арыҫлан уның ҡатынына ла ярҙам итә. Бына шулай, тыныс тормошта ла батырлыҡ күрһәтергә сәбәп табылып тора шул. 

22 апрелдә Арыҫлан Шафиҡовҡа "Беҙҙең заман геройы" Бөтә Рәсәй телевизион йәмәғәт премияһы тапшырылды. Ә 3 ноябрҙә Федерация Советында киҫкен хәлдәрҙә батырлыҡ күрһәтеп, кеше ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙасаҡ. Унда Арыҫланға "Күрһәткән батырлығы өсөн" миҙалы биреләсәк.

Быйыл был награда менән Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгенән йәш геройҙар бүләкләнәсәк. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан, Запорожье һәм Херсон өлкәләренән дә барҙар. 

Бүләкләү тантанаһын 3 ноябрь 12.00 сәғәттә Федерация Советының "Вместе-РФ" каналында һәм социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрендә ҡарарға мөмкин: https://vk.com/sovfedinfo һәм https://ok.ru/sovfedinfo

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: