+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Балаларҙы үлемдән ҡотҡарған Стәрлетамаҡ уҡытыусыһына – генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов ордены

2018 йылдың 18 апрелендә Стәрлетамаҡ мәктәптәренең береһендә ҡот осҡос фажиғә була. Туғыҙынсы синыф уҡыусыһы мәктәпкә бысаҡ һәм яна торған шыйыҡса менән ҡоралланып килеп, балаларға ташлана һәм бер кабинетҡа ут төртә.

Информатика уҡытыусыһы Екатерина Першина бысаҡ тотҡан үҫмер ҡаршыһына баҫа. Дүрт тапҡыр яраланыуға ҡарамаҫтан, уҡыусыларҙы үлемдән аралай.

Күптән түгел күрһәткән батырлығы өсөн Екатерина Першина генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләнгән.
- Уҡыусыларымда тәүге сиратта кешелек сифаттарын тәрбиәләргә тырышам, ниндәй генә хәлдә лә улар кеше булып ҡалһын, – ти Екатерина Першина.

Афарин, батыр йөрәкле уҡытыусы!

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: