+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Арыҫлан Шафиҡов та бүләкләнде

Кисә Федерация советында IX экстремаль хәлдәрҙә ҡаһарманлыҡ күрһәткән, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе бүләкләү тантанаһы булды. Башҡортостандан 14 йәшлек Арыҫлан Шафиҡовҡа ла "Батырлыҡ күрһәткән өсөн" миҙалы тапшырылды. Ә һеҙ уны тура эфирҙа ҡарай алдығыҙмы? Иғтибарығыҙға видеояҙмаһын тәҡдим итәбеҙ.  Арыҫлан тураһында сайтыбыҙҙа яҙғайныҡ инде. Күгәрсен районының тәүәккәл һәм батыр үҫмере янғындан ике күршеһенең ғүмерен ҡотҡарып алып ҡала: инвалид коляскаһында ултырған йорт хужаһын һәм уның ҡатынын.

Арыҫлан Шафиҡов та бүләкләнде
Арыҫлан Шафиҡов та бүләкләнде

"Батырлыҡ күрһәткән өсөн" миҙалын Арыҫланға Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова һәм Рәсәй Геройы Владимир Легошин тапшырҙы.

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: