Быйыл Мәскәүҙә туғыҙынсы тапҡыр үткән тантанаға илебеҙҙән 20 батыр бала саҡырылғайны. Башҡортостандан 14 йәшлек Арыҫлан Шафиҡовҡа ла «Батырлыҡ күрһәткән өсөн» миҙалы бирелде. Награданы Арыҫланға Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова менән Рәсәй Геройы Владимир Легошин тапшырҙы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыныс тормошта ла батырлыҡ күрһәтергә сәбәптәр табылып тора шул. 2022 йылдың мартында Күгәрсен районы Мораҡтағы 1-се мәктәптең VII синыф уҡыусыһы Арыҫлан Шафиҡов күршеләрен янғын ваҡытында бәләнән ҡотҡарғайны. Уның уяулығы, тәүәккәллеге, ҡыйыулығы менән йорттоң хужаһы – 1954 йылғы ир һәм уның 1955 йылғы ҡатыны иҫән-һау ҡалды. Арыҫлан ут сыҡҡанын беренсе булып күрә һәм янғын һүндереүселәргә шылтырата. Әммә килеп өлгөрмәҫтәрен аңлап, үҙе ярҙамға ташлана. Йорт хужаларын тәҙрә аша сығарырға тура килә, сөнки ишектән мөмкин булмай. Ә мунсанан тоҡанып киткән ут тиҙ арала бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан йортто ялмап ала. Аяғы булмау сәбәпле, инвалид коляскаһында йөрөгән ир кешене сығарғас, Арыҫлан уның ҡатынына ла ярҙамға ашыға. Коляска, ҡултыҡ таяҡтарын, телевизорҙы ла тышҡа ырғытып өлгөрә.
Шулай итеп, янғын һүндереүселәр килгәнсе батыр егет күршеләрен ҡотҡара. Арыҫлан Шафиҡов «Беҙҙең заман геройы» Бөтә Рәсәй телевизион йәмәғәт премияһына ла лайыҡ булды.
Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.