+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Балалар ҙа бүләкләнде

Өфөлә “Беҙҙең заман геройы” премияһын тапшырыу тантанаһы үтте.

Уны Өфө ҡала хакимиәте һәм “Вся Уфа” продюсерлыҡ үҙәге булдырғайны. Бүләкләнеүселәр араһында балалар ҙа күп кенә. Улар “Бәләкәй кешенең ҙур аҙымы” номинацияһында билдәләнде.

Мәҫәлән, Красноусольскиҙан Радмир Хөснөтдинов һыуға батып барған баланы ҡотҡарған.
Шулай уҡ Октябрьский ҡалаһынан Руслан Нәсибуллин, Удмуртиянан Аня Кривенко, Өфөнән Матвей Вежнин, Семён Мурыч, Дағстандан Иса Иҙрисов, Сайхан Задаев, Асхаб Адаев, Тайби Сайдарбаев, Златоустан Елизавета Маслакова, Красноярск крайынан 8 генә йәшлек Стёпа исемле малай, Туймазынан Реналь Хәбиров, Өфө районы Шамонин ҡасабаһынан Морат Ҡадаев та премияға лайыҡ булды. Уларҙың ҡайһыһы изге эш башҡарған, күптәре кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарып алып ҡалған.

Бүләктәрҙе Өфө ҡала советы депутаты Филүс Ишбулатов һәм 1986 йылда 11 йәшендә донъяла тыныслыҡ илсеһе булараҡ танылған Екатерина Лычёва тапшырҙы.


Фото асыҡ сығанаҡтан.

Балалар ҙа бүләкләнде
Балалар ҙа бүләкләнде
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: