+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Вилдан кеше ғүмерен ҡотҡарған

Әбйәлил районының Шәрип ауылынан 16 йәшлек Вилдан Ғәйнетдинов бер ирҙең ғүмерен ҡотҡарған.

Егет мәктәптән ҡайтып барғанында Еңеү паркы янында ерҙә ятҡан бер ирҙе күреп ҡала. Вилдан ярҙамға ашыға. Ирҙең  ниҙер әйтергә тырышҡанын күргәс, тиҙ генә " Ашығыс ярҙам"ға шылтырата һәм уның килерен көтә. Асыҡланыуынса, иргә ҡапыл насар булып киткән һәм ул ергә ҡолай.

Үтеп барыусыларҙың береһе лә туҡтамай,  уны иҫерек, тип уйлайҙар, ахыры. Вилдан ғына ярҙамға килгән һәм кеше ғүмерен ҡотҡарған. Билдәле булыуынса, ул – биш бала араһында иң кесеһе. Һоҡланырлыҡ егет! Ата-әсәһе матур тәрбиә биргән.  Вилдан – күптәргә өлгө!

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: