Ул һыуға батҡан баланы ҡотҡарған.
3 июндә Сыбаркүл күленә балалар атай-әсәйҙәре менән һыу инергә барған. Ҡайһылыр арала бер малай бата башлаған, әммә бер кем дә быға иғтибар бирмәгән. Ярай әле Алина һиҙгерлек күрһәткән. Батып барыусыны күреп ҡалып, шунда уҡ ярҙамға ташланған.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡыйыу уҡыусыны "Ҡаһарманлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләне.
Алина - һин күптәргә өлгө! Маладис!
Фото һәм сығанаҡ: vk.com