+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Күҙҙән осоп ҡына баралар бит...

Милләт мөнбәрендә, ҡот ҡундырып,

Күҙҙән осоп ҡына баралар бит...
Күҙҙән осоп ҡына баралар бит...

Йәш ҡолондай уйнап торғандарҙы,
Берәм-берәм, зинһар, сүпләмәгеҙ,
Йәшәр өсөн генә тыуғандарҙы...

Яратып та, һоҡланып та туймаҫ
Улар – көмөш тояҡ балалар бит!
Бәғерҙәрҙе беҙҙең өҙөп-йолҡоп,
Күҙҙән осоп ҡына баралар бит...

Ҡауырыйым ауыр, шиғыр илай...
Ҡайтарығыҙ иҫән уландарҙы!
Йәшәр өсөн генә тыуғандарҙы,
Йәшнәр өсөн генә тыуғандарҙы...

(Шиғырҙан өҙөк.)

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА.

 

Сибайҙа махсус операцияла һәләк булған бейеүсе-яугир Илнар Хәтмуллинды һуңғы юлға оҙаттылар.

 

Фото һәм сығанаҡ: Интернет селтәренән.

Видео: Гөлназ Алдырхан.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: