Был хәл 6 сентябрҙә Ленин урамында була. Ете йәшлек ҡыҙыҡай өйҙә бер үҙе ҡала, әсе төтөн фатирҙы тултыра башлағас, балконға сығып ярҙамға саҡыра. Үҫмер уның ҡысҡырғанын ишетә. Шаһиттар янғын һүндереүселәргә шылтыратып өлгөргән була, әммә Егор, хәлдең ҡатмарлылығын аңлап, яҡындағы эшселәргә мөрәжәғәт итә. Уларҙың береһе автовышка менән кәрәкле балконға күтәрелә һәм ишекте эстән аса. Үҫмер ҡыҙыҡайҙы тиҙ генә саф һауаға алып сыға.
Фото: vk.com.