Ә ябай ғына янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫтә тотмау, үтәмәү күп юғалтыуҙарға, бәләләргә килтерә. Шуны онотмаһаҡ ине.
Бына әле яңыраҡ Иҫке Этекәй ауылында ла тап шундай бәлә сыҡты. Ярай әле халыҡ уяу, берҙәм булып, янғынды тиҙ генә һүндерә алды. Унда ололар менән бергә 10 йәшлек Дамир Бикҡолов та йүгереп йөрөп тырышты, ҡыйыулыҡ күрһәтте. Янғынға ҡаршы көрәштә ауылдаштарын һоҡландырҙы.
– Был малайҙан бына тигән янғын һүндереүсе сыға! – тип маҡтанылар үҙен.
Афарин, Дамир! Шундай йәш батырҙар булыуы ҡыуандыра.
Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазылағы лицей.