Был ике егет янғын ваҡытында уҡытыусыларын һәм синыфташтарын ҡотҡарған. Октябрь аҙағында өҫтәмә дәрес ваҡытында офиста ут сығып китә. Төп ишек тирәһе яна башлағас, синыфтағы 15 кеше хәүеф аҫтында ҡала. Әммә Мирослав менән Алан батырлыҡтарын йыйып, кодлы метал ишекте аса алалар, шулай итеп үҙҙәрен һәм бүтәндәрҙе ҡотҡаралар.
"Ҡәҙерле балалар, һеҙ - Башҡортостандың ғорурлығы. Шундай шәп улдар үҫтергән өсөн ата-әсәләренә ҙур рәхмәтемде белдерәм", - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин.
Фото: vk.com.