Алина 2017 йылда 11 йәшендә 6 туғанын янғындан ҡотҡарһа, 13 йәшлек Арыҫлан 2022 йылда ике өлкән йәштәге кешегә ярҙамға килә.
Арыҫлан янғынды беренсе булып күрә һәм өйҙәгеләргә хәбәр итә, янғын һүндереүселәргә шылтырата. Йорт хужаларын тәҙрә аша сығарырға тура килә, малай ишектән инһә лә, унан кире сығыу мөмкин булмай, мунсанан башланып киткән ут тиҙ арала бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан йортто ялмап ала. Аяғы булмау сәбәпле инвалид коляскаһында йөрөгән ир кешене сығарғас, Арыҫлан уның ҡатынына ла ярҙам итә.
Шулай итеп, янғын һүндереүселәр килгәнсе батыр егет күршеләрен ҡотҡара.