-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Ярослав биш йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡарған

Нефтекама янындағы Ташкин ауылынан VII синыф уҡыусыһы Ярослав Юламанов күлдә бата яҙған биш йәшлек ҡыҙыҡайҙы ҡотҡарған. Батырлыҡ, етеҙлек, ҡыйыулыҡ күрһәткән.

Ярослав биш йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡарған
Ярослав биш йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡарған

Дуҫтары менән ултырған үҫмер ҡапыл һыу сәсрәгән тауышҡа әйләнеп ҡараһа, күлдә башлығын, унан инде бәләкәй генә ҡыҙҙы күреп ҡала. Тиҙ генә сисенеп, һалҡын һыуға һикерә. Сентябрь була бит. "Үҙем өсөн ҡурҡыу тойғоһо булманы, өлгөрмәй ҡуймайым, тип борсолдом", - ти ул. Ул ҡыҙҙы ярға сығара. Унан дуҫтары ярҙам итә. Баҡһаң, бала күл янында әхирәте менән йөрөгән, таяҡ менән һыуҙан нимәнелер алам тигән сағында ҡолап төшкән икән. Ярай әле яҡында үҫмерҙәр булған. 

Һуңынан ҡыҙҙың ата-әсәһе ҡотҡарыусыға рәхмәтен белдерә. Ярослав математика, информатика менән ҡыҙыҡһына. Ҡаяға үрмәләү менән мауыға, бәләкәй көнкүреш техникаһын йүнәтергә оҫта. Шулай уҡ тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү ҡағиҙәләрен өйрәнә. 

Ярослав Юламановтың был тәүәккәл аҙымы тейешенсә баһаланыр,тип уйлайым.

Фото: kzgazeta.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: