+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уттан ҡурҡып тормағандар

Ошо көндәрҙә Туймазы ҡалаһынан Мирослав Фазлиев һәм Алан Вәлиев батырлыҡ күрһәтте.

Янғындан ҡурҡып тормағандар
Янғындан ҡурҡып тормағандар

Үҫмерҙәр XI синыфта белем ала. Ике тиҫтәгә яҡын уҡыусы математика түңәрәгенә шөғөлләнергә килә. Уйламағанда бинала янғын сыға. Тышҡа юл ялҡын менән ҡаплана. Уҡытыусы үҫмерҙәрҙе тиҙ арала запас ишеккә алып бара, тик ул бикле булып сыға. Этеш-төртөш, паника башлана. Мирослав менән Алан баҙап ҡалмай, ишекте емереүгә өлгәшә. Улар дәүләт миҙалына тәҡдим ителәсәк.

Ә әлегә мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин егеттәргә Рәхмәт хаты һәм бүләктәр тапшырҙы. Ошондай батыр егеттәр тәрбиәләгән атай-әсәйҙәре лә маҡтауға лайыҡ!

Фото: tuvest.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: