+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ир бала – илгә терәк

Башҡорт халҡы борондан үҙенең намыҫлы, еренә тоғро ул һәм ҡыҙҙары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Илебеҙгә оло бәлә килгәндә бер ваҡытта ла ситтә ҡалмаған халҡым. Әле махсус хәрби операция биләмәһенә үҙ теләктәре менән барыусы егеттәребеҙ ҙә бик күп. Шуларҙың береһе – Ташбулат ауылының ҡурҡыу белмәҫ батыры Данил Хужин.

Ир бала – илгә терәк
Ир бала – илгә терәк

Балаларҙа Тыуған илгә һөйөү, олоно – оло, кесене кесе итә белеү, шәфҡәтлелек тәрбиәләү маҡсатында мәктәбебеҙҙә төрлө патриотик синыф сәғәттәре, осрашыуҙар үткәрелеп тора. Был юлы уҡыусыларым менән Данил Хужиндың әсәһе Рәмзиә Ғүмәр ҡыҙының хәлен белергә барҙыҡ. Батыр ағаларына бағышлап шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырлап, Рәмзиә апайҙын күңелен күтәрҙек. Ул бер ҙә тыныс күңел менән тыңлай алмағандыр: берсә улының ошо балалар кеүек бәләкәй сағы, үҫмер ваҡыттары күҙ алдынан үтһә, эстән генә уның тиҙерәк ҡайтыуын теләп торғандыр. Уҡыусылар менән блиндаж шәмдәре лә яһағайныҡ, уларҙы һәм күстәнәстәр ҙә алып барҙыҡ.

Кешене ризыҡ йөрөтә, ти халыҡ мәҡәле. Әллә ошо сабыйҙарҙың күстәнәстәрен тәмләһен типме, Хоҙай Данилға тыуған яғына ҡайтырға юл асҡандыр. Ике көн дә үтмәне, батыр егетебеҙ әсәһен ҡыуандырып ҡайтып төштө. Үҙе лә синыфыбыҙға күстәнәстәр менән килеп етте. Ағаларының иҫән-имен ялға ҡайтыуы балалар өсөн оло шатлыҡ булды.

Ошондай илһөйәр, ҡыйыу, рухлы, иленә тоғро ул тәрбиәләп үҫтергән Рәмзиә Ғүмәр ҡыҙына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, яҡынлашып килгән оло байрам – Әсә көнө менән ҡотлайбыҙ. Түҙемлек, ныҡлы һаулыҡ, ап-аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Ил-йортобоҙ имен торһон, донъяларыбыҙға тиҙерәк тыныслыҡ ҡайтһын.

Миңзәлә АБДУЛЛИНА,

II “А” синыфы етәксеһе.

Әбйәлил районы.

 

Ир бала – илгә биҙәк
Ир бала – илгә биҙәк
Ир бала – илгә биҙәк
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: