2024 йылда Башҡортостандан тағы алты уҡыусы был билдәгә лайыҡ булды. Туймазы ҡалаһынан Алан Вәлиев һәм Мирослав Фазлыев янғындан — уҡытыусыларын һәм синыфташтарын, Өфөләге 82-се гимназиянан Егор Стринадко ете йәшлек баланы ҡотҡарған.
Нефтекама янындағы Ташкин ауылынан Ярослав Юламанов биш йәшлек ҡыҙҙы һыуҙан алып сыҡҡан. Дуҫтары менән ултырған үҫмер ҡапыл һыу сәсрәгән тауышҡа әйләнеп ҡараһа, күлдә башлығын, унан инде бәләкәй генә ҡыҙҙы күреп ҡала. Тиҙ генә сисенеп, һалҡын һыуға һикерә. Сентябрь була бит. "Үҙем өсөн ҡурҡыу тойғоһо булманы, өлгөрмәй ҡуймайым, тип борсолдом", — ти Ярослав. Ул ҡыҙҙы ярға сығара. Артабан дуҫтары ла ярҙам итә. Баҡһаң, бала күл янында әхирәте менән йөрөгән, таяҡ менән һыуҙан нимәнелер алам тигән сағында ҡолап төшкән икән. Ярай әле яҡында үҫмерҙәр булған.
Республика Башлығы Радий Хәбиров йәш ҡотҡарыусыларға "Ҡайнар йөрәк" билдәһен һәм исемдәре яҙылған Почет китаптарын Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге хәрби-патриотик паркта тапшырҙы.
Фото: education.bashkortostan.