Фәриҙә Хажинаның улы махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ул – спорт мастеры, милли йәйәнән уҡ атыу, бокс буйынса төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеү яулаған. Маҡтау ҡағыҙҙары, кубок, миҙалдар менән бүләкләнгән. Фәриҙә Ильяс ҡыҙы улы тураһында һөйләгәндә балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Миҙалдарын ҡулдан - ҡулға йөрөтөп ҡаранылар.
Мәғариф ветераны Вәлимә Баймөхәмәтова ла үҙенең бала сағын һөйләп:”Тиҙерәк Тыуған илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашһын, яугирҙәребеҙ тыуған яҡтарына, атай-әсәйҙәренә, ғаиләләренә янына әйләнеп ҡайтһындар, беҙ көтәбеҙ!” – тине ул изге теләктәрен белдереп.
Хәлидә Абдуллина-Ишдәүләтова, Ишей ауылы ағинәйҙәре рәйесе.
Баймаҡ районы.
Сығанаҡ һәм фото: Баймаҡ районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы.