Бөтә яңылыҡтар

Ярослав Юламановҡа – "Күрһәткән батырлығы өсөн" миҙалы

Кисә Мәскәүҙә илебеҙҙең 20 үҫмеренә "Күрһәткән батырлығы өсөн" миҙалы тапшырылды. Улар араһында Башҡортостандан Ярослав Юламанов та бар. 

Федерация советында бүләкләү тантанаһында "Геройҙар ваҡыты" Президент программаһында ҡатнашыусылар, Рәсәй геройҙары ла ҡатнашты. 

"Күрһәткән батырлығы өсөн" миҙалын Рәсәйҙең 60 төбәгенән 230 йәш герой аласаҡ. Улар барыһы ла бәләгә тарыған кешеләрҙең һаулығына һәм ғүмеренә ҡурҡыныс янағанда юғалып ҡалмай ярҙам күрһәткән, ҡотҡарған. 

Нефтекама янындағы Ташкин ауылынан VIII синыф уҡыусыһы Ярослав Юламановтың батырлығы тураһында былтыр яҙғайныҡ инде. ...Дуҫтары менән ултырған үҫмер ҡапыл һыу сәсрәгән тауышҡа әйләнеп ҡараһа, күлдә башлығын, унан инде бәләкәй генә ҡыҙҙы күреп ҡала. Тиҙ генә сисенеп, һалҡын һыуға һикерә. Сентябрь була бит. "Үҙем өсөн ҡурҡыу тойғоһо булманы, өлгөрмәй ҡуймайым, тип борсолдом", – ти ул. Ярослав ҡыҙҙы ярға сығара. Унан инде дуҫтары ярҙам итә. Баҡһаң, бала күл янында әхирәте менән йөрөгән, таяҡ менән һыуҙан нимәнелер алам тигән сағында ҡолап төшкән икән. Ярай әле яҡында үҫмерҙәр булған. 

Һуңынан ҡыҙҙың ата-әсәһе ҡотҡарыусыға рәхмәтен белдерә. Ярослав математика, информатика менән ҡыҙыҡһына. Ҡаяға үрмәләү менән мауыға, бәләкәй көнкүреш техникаһын йүнәтергә оҫта. Шулай уҡ тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү ҡағиҙәләрен өйрәнә. 

Ярослав Юламановтың был тәүәккәл аҙымы тейешенсә баһаланды. Ҡыйыу егеттең артабан да шулай ярҙамсыл, тәүәккәл булып ҡалыуын теләйбеҙ.

Фотолар "Бәйләнештә" селтәренән алынды.

Ярослав Юламановҡа – "Күрһәткән батырлығы өсөн" миҙалы
Ярослав Юламановҡа – "Күрһәткән батырлығы өсөн" миҙалы
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас