Бөтә яңылыҡтар
Батырҙар беҙҙең арала
12 Ноябрь 2024, 13:55

Геройҙар беҙҙең арала

Республикабыҙҙа герой-балаларға Федерация советының "Күрһәткән батырлығы өсөн" миҙалы тапшырылды.

Геройҙар беҙҙең арала
Геройҙар беҙҙең арала

Ярослав Юламанов уны Мәскәүҙә алғайны. Ҡалған батырҙарҙы бүләкләү Өфөлә тантаналы шарттарҙа уҙҙы. Анна-Элиза Ванюшкина, Максим Грешуков, Шамил Фазлыев, Артур Фионов, Константин Костраминға миҙалдарҙы Рәсәй сенаторы, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Марат Латипов  һәм республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов таҡты.

Эйе, батырлыҡ өсөн тыныс тормошта ла урын бар шул. Кемдеңдер һаулығына, ғүмеренә хәүеф янағанда тәүәккәллек, ҡыйыулыҡ күрһәткән батыр йөрәкле үҫмерҙәр менән ғорурланабыҙ.

Фото: vk.com.

Геройҙар беҙҙең арала
Геройҙар беҙҙең арала
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас