Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Ҡаһарманлыҡ йондоҙлоғо» тип исемләнгән 16-сы Бөтә Рәсәй фестиваленең төбәк-ара этабы үтте. Уны Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ойошторҙо.Ҡатнашыусыларҙы министрлыҡтың Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы, генерал-майор Марат Латипов сәләмләне. Залда үҙ эшенең оҫталары булған ведомство хеҙмәткәрҙәре, иң яҡшы телевизион проекттар, репортаждар, хәүефһеҙлеккә һәм кешеләр ғүмерен ҡотҡарыуға арналған мәҡәләләр авторҙары менән бергә батырлыҡ күрһәткән балалар ҙа ултырыуы үтә тулҡынландырғыс та, һоҡланғыс та булды.
Наградалар был юлы Анна-Элиза Ванюшкина, Максим Гришуков, Шамил Фазлыев һәм Артур Фионовтарға тапшырылды. Ниндәй батырлыҡ ҡылған һуң улар?
Анна-Элиза Ванюшкина 2021 йылдың 25 июнендә бер йәшлек һеңлеһе менән икәүһе генә өйҙә ҡала. Ҡыҙ баҡсаға сығып әйләнгәнсе бәләкәс күҙҙән юғала. Ямғыр һыуы йыйылған ваннала һыуға батҡан һеңлеһен күреп, Анна-Элиза юғалып ҡалмай – тиҙ генә тәүге ярҙам күрһәтә, ә уны нисек дөрөҫ эшләргә кәрәклеген әсәһе телефон аша өйрәтеп тора. 18 минуттан һеңлеһенең йөрәге киренән тибә башлай. Икенсе көнө кескәй ҡыҙ команан да сыға.
Миәкә районы Илсеғол ауылы егеттәре Шамил Фазлыев менән Артур Фионов йәйге эҫе көндәрҙең береһендә – 2024 йылдың 21 июлендә – Дим буйында ял итә. Был урындан йыраҡ түгел ике ҡыҙ һыу инеп йөрөгән була. Бер мәл улар бата башлай, егеттәр ярҙамға ташлана. Шамил бер ҡыҙға яҡыныраҡ йөҙөп барып, тәрән урындан һайға табан этәрә, шул мәлдә Артур уны ҡулынан эләктереп ярға алып сыға. Икенсе ҡыҙҙы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпме генә эҙләһәләр ҙә, таба алмайҙар.
17 июлдә Максим Гришуков, Айҙар Хәбиров һәм Даниил Тураев Шаран һыуһаҡлағысына ял итергә бара. Һыу инеү өсөн ҡаралмаған урында бер иҫерек ир сума ла күҙҙән юғала. Егеттәр өсөһө лә ярҙамға ашыға: Айҙар ирҙең кейеменән эләктереп һыуҙан алып сыға, Максим менән Даниил йөрәгенә тура массаж яһай. Шул арала «Тиҙ ярҙам» машинаһын да саҡырталар. Табиптар егеттәрҙе маҡтай. Ҡаушап ҡалмағандар, ваҡытында тейешле ярҙам күрһәткәндәр.
Был фестивалдә тәүге тапҡыр эске эштәр министрлығы ла ҡаһарманлыҡ күрһәткән егетте тәбрикләп үтте. Константин Костромитин 12 февралдә иҫерек ир ҡорбаны була яҙған ҡатынды бәләнән ҡотҡара. Был хәл шулай була: эсеп алған әҙәм шешә менән ҡатынға һуҡтым ғына тигәндә, Константин йүгереп килеп. уны ситкә этәрә. Тик үҙен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Теге ир бер үҙе булмай, икенсеһе Константинды туҡмай башлай. Һуңынан телефонын алып енәйәт урынынан ҡасалар. Эске эштәр хеҙмәткәрҙәре уларҙы тиҙ арала ҡулға ала һәм енәйәт эше ҡуҙғата.
Бына ошондай батыр йөрәкле ҡыҙ-улдарыбыҙ булғанда, илебеҙ киләсәге лә – яҡты, донъялар ҙа имен булыр, тип ышанабыҙ. Улар үҙ миҫалында батырлыҡтың йәше юҡлығын иҫбатланы.
Ленария ЯМАЛЕТДИНОВА,
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре.
Өфө ҡалаһы.