Бөтә яңылыҡтар
Батырҙар беҙҙең арала
25 Декабрь 2024, 10:04

Батыр ялға ҡайтты

Шәүәлиевтәр йортонда байрам бөгөн. Махсус хәрби операцияла йөрөгән улдары Тимур ялға ҡайт­ҡан.

Батыр ялға ҡайтты
Батыр ялға ҡайтты

Уны күрергә тип барлыҡ туғандары йыйылды. Атай-әсәй­ҙәре өсөн әлеге көндә ошонан да ҙурыраҡ шатлыҡтың булыуы мөмкин дә түгел. Иҫән-имен ҡайтҡан бит.
2022 йылда махсус хәрби операция башланғас, Тимур Таһир улы генерал Шайморатов исемендәге тәүге ирекле батальон ойошторолоуы хаҡында ишетеп ҡала. Оҙаҡ уйлап тормай, үҙ ирке менән шулар менән бер рәттә тороп илебеҙҙе һаҡларға китә. Уны ғаиләһе, өс балаһы оҙатып ҡала.
Өфөлә маршрут автобусында водитель булып эшләгән «Борода» позывнойлы егет хәҙер ике йыл ярым һайлаған һөнәре буйынса хеҙмәт итә. Ошо ваҡыт эсендә бер туған ҡустыһы Илнур Тимур ағаһы янына дүрт тапҡыр гуманитар ярҙам менән килеп китә. Әйткәндәй, ул да водитель һөнәрен һайлаған.
Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Тимур Шәүәлиев Жуков миҙалы, ике тапҡыр генерал Шайморатов миҙалы менән наградлана. Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы үҙәк комитеты «Иосиф Сталиндың тыуыуына 140 йыл тулыу уңайынан» тигән иҫтәлекле миҙал менән бүләкләй. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм батальон командиры майор Максим Евсеев ҡулынан Рәхмәт хаты ала. Шофёр булып хеҙмәт иткән егетте Автомобилистар көнө уңайынан махсус миҙал менән дә бүләкләй­ҙәр.
Шундай батыр ул үҫтергән Тәнзилә Тарземан ҡыҙы менән Таһир Әхмәтғәли улына ла батальон командиры Евсеевтан Рәхмәт хаты килә. Ошо ваҡыт эсендә атайҙары Таһир Әхмәтвәли улы ике тапҡыр инсульт үткәрә. Хәҙер ул – I төркөм инвалиды. Балаңдың ут эсендә йөрөгәнен белеү, әлбиттә, еңел түгел.
«Иң мөһиме, иҫән-һау йөрөһөн, тиҙерәк туҡтаһын инде был һуғыш», – ти Тәнзилә апай.
Амин, шулай булһын. Тимурға матур ял теләйек. Оҙаҡламай – тағы юлға. Уның һәм барлыҡ егеттәребеҙҙең еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу­ҙарын көтәбеҙ.


Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Благовар районы.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас