-2 °С
Ясно
VKOKМакс
Батырҙар беҙҙең арала
5 Февраля 2025, 11:20

Яугир дәрес үткәрҙе

Ул йәш шайморатовсыларға үҙе менән булған хәрби ваҡиғалар, һалдаттарҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яугир дәрес үткәрҙеЯугир дәрес үткәрҙе
Яугир дәрес үткәрҙе

Ағиҙел ҡалаһының башҡорт гимназияһында ла бар шайморатовсылар синыфы. Бер көндө улар өсөн Батырлыҡ дәресе үткәрелде. Балалар менән осрашыуға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы майор Оскар Эхтибар улы Ситдиҡов килде. Яугир хәрби разведчик икән. Батырлыҡ, Шайморатов ордендары, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Ул йәш шайморатовсыларға үҙе менән булған хәрби ваҡиғалар, һалдаттарҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләне.

– Һеҙ ҙә илһөйәр, ҡыйыу булығыҙ. Ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмағыҙ. Үҙегеҙҙе бәләкәйҙән сыныҡтырып, Тыуған илебеҙҙең ышаныслы һаҡсылары булып үҫегеҙ,– тине ҡунаҡ. Балалар уның «Геройҙар дәүере» Президент кадрҙар программаһында ҡатнашыуын, Башҡортостан Республикаһының Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе булыуын да белде. Йәш шайморатовсыларға дәрес ныҡ оҡшаны. Улар яугирҙан файҙалы кәңәштәр, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап та алды.

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас