Бөтә яңылыҡтар
Батырҙар беҙҙең арала
15 Февраль 2025, 10:35

Афған һуғышы тарихта ҡала

1989 йыл, 15 февраль. Был дата совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу көнө булараҡ тарихҡа инеп ҡала. Тыуған еребеҙ күп һанлы һуғыштар кисергән. Уның тарихының мөһим биттәренең береһе — Афған һуғышы. Ул 1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем дауам иткән.

Афған һуғышы тарихта ҡала
Афған һуғышы тарихта ҡала

Бөгөн күршебеҙ тураһында һөйләгем килә. Тимербулат Әхнәф улы Миңлекәев 1983 йылдың 20 июненән 1985 йылдың 12 авгусына тиклем Афған һуғышында ҡатнаша. Ул ваҡытта Булат ағайға 18 йәш була. Мәктәп, студент йылдарында бик яҡшы уҡый, спорт менән шөғөлләнә. Ул үҙ бурысын үтәй, хәрби антҡа тоғро ҡала. Курше ағай был турала бик һөйләргә яратмай.

Уның менән фотоһүрәттәрҙе ҡарап оҙаҡ ҡына ултырҙыҡ.

Һуғыштан ҡайтҡас, 1985 йылда Яр Саллы ҡалаһында эске эштәр органдары хеҙмәткәре булып эшләй башлай. 1987 йылда Түбәнге Новгород ҡалаһына уҡырға инә. Унда 1991 йылға тиклем белем ала. 2000 йылға тиклем Илеш районында эске эштәр органдары хеҙмәткәре булып эшләй. Бөгөн ул – отставкалағы милиция майоры.

– Булат ағай, беҙгә, мәктәп уҡыусыларына, ниндәй теләктәрегеҙ бар? – тип һорайым.

– Илебеҙҙе яратығыҙ, яҡшы уҡығыҙ, ололарҙы хөрмәт итегеҙ. Спорт менән шөғөлләнегеҙ. Ниндәй һөнәр һайлаһағыҙ ҙа, илгә кәрәкле кешеләр булығыҙ.

Быйыл 15 февралдә Афғанстандан беҙҙең ғәскәрҙәрҙе сығарыуға 36 йыл тула. Беҙ батырҙарыбыҙҙы белергә, хәтерләргә тейешбеҙ.

Тимербулат Әхнәф улына тиҙҙән 60 йәш тула. Рәфиҙә апай менән тигеҙ ғүмер итегеҙ, таҙалыҡта, муллыҡта йәшәгеҙ.

 

 

Азалиә ФАЗДАЛОВА, йәш хәбәрсе.

Илеш районы, Үрге Йәркәйҙәге 4-се мәктәп.

Афған һуғышы тарихта ҡала
Афған һуғышы тарихта ҡала
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас