«Башҡортостан» дәүләт концерт залында Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» XI йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Сарала Дәүләт Думаһы депутаттары, Федераль Йыйылыштың Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡатнашты.
«Чемпионды тәрбиәләргә» номинацияһын Дәүләтовтар ғаиләһе яуланы.
Ете бала тәрбиәләгән Зөлфиә менән Марат Дәүләтовтар иҫ киткес сыҙамлыҡ һәм ғаилә берҙәмлеге өлгөһөнә әүерелде. Уларҙың кесе улы Илназ, 2021 йылдағы фажиғәле осраҡҡа эләгә, ток һуҡҡандан һуң ике ҡулын да юғалта,шуға ҡарамаҫтан, спортта иҫ киткес һөҙөмтәләр күрһәтә.
2024 йылда 14 йәшлек Илназ еңел атлетикала ҙур уңыштарға өлгәшә: 100 метр аралыҡта Бөтә Рәсәй ярыштарында еңеүсе була. Шул уҡ ярыштарҙа 200 метрға йүгереүҙә беренсе урын яулай. Спорттан тыш, Илназ программалау менән мауыға. Уның тағы ла бер ҙур хыялы бар – медицина ярҙамына мохтаж балаларға ярҙам итеү өсөн хәйриә фонды булдырыу.
Уны һәр нәмәлә ата-әсәһе хуплай һәм улының барыһы ла һәйбәт булырына ышана. Илназдың «Бер ҡасан да бирешмә! Алға ғына!» девизы иһә характерын һәм тормошҡа ҡарашын бик яҡшы сағылдыра. Бындай маҡсатҡа ынтылыш һәм ғаилә ярҙамы менән уның еңел атлетика буйынса Паралимпия чемпионы булыу хыялын тормошҡа ашырыу өсөн бөтә мөмкинлектәре бар.
Номинанттарҙың барыһына ла ҡиммәтле бүләктәр, дипломдар һәм кубоктар тапшырылды. Айҙар Ғәлимов, Элвин Грей, «Салют», «Ирбис» ансамблдәре, ZAINETDIN этно-шоу проекты сығыштары сараны йәмләне.