Ул артиллерия взводының өлкән водителе була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2023 йылдың 5 мартында батырҙарса һәләк булып ҡала. Яугир үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына тәҡдим ителә. Ә уға тиклем ҡыйыу яҡташыбыҙ Шайморатов ордены һәм Суворов миҙалы менән бүләкләнә.
Денис Флүс улы Мөхәмәтйәров районыбыҙҙың Солтанморат ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы һөнәри училищеға уҡырға инә. Ҡулына механизатор танытмаһын алғас, Алтай крайында әрмелә хеҙмәт итә.
Әле яңыраҡ Солтанморат мәҙәниәт йорто алдында Денис Мөхәмәтйәровҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Ауылдағы Ғәли Ибраһимов исемендәге музейҙа уға арналған «Герой партаһы» ла бар.
Денис ағай тураһында иҫтәлек һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәр.
Таһир РӘХИМОВ, йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.