Үҙәк урамдарҙаң береһенә етәрәк йорт ихатаһындағы гараждан ялҡын сыҡҡанын күреп ҡалалар. Яҡыныраҡ килеп, ысынлап та нимәлер янғанына ышанғас, тиҙ генә баҡсаға инеп, тәҙрәгә туҡылдаталар. Телевизор ҡараусы әбей менән бабай бер ни һиҙмәй ултырған икән. Руслан Әзизов 112 номерына шылтырата. Ҡустыһы менән икәүләп оло йәштәге хужаларҙы өйҙән сығаралар һәм ялҡынды һүндерәләр. Алла һаҡлаһын, гаражда газ баллоны ла һаҡланған була! Янғын һүндереүселәр килеп етеүгә егеттәр эште тамамлап та ҡуя.
Руслан VI "Б" синыфында белем ала. Бейеүгә, вокалға, боксҡа йөрөй. Күп ижади конкурстарҙан тәүге урындар менән ҡайта. Эльвира һәм Рөстәм Әзизовтарҙың эшһөйәр, уңған, татыу 5 балалы ғаиләһендә тәрбиәләнә ул.
Янғын һүндергәнен береһенә лә әйтмәй, осраҡлы рәүештә уҡытыусылары белеп ҡалып, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан Рәхмәт хаты менән килеп төшәләр һәм махсус рәүештә линейка ойошторалар. Афарин, егеттәр!