Улар араһында Хәйбулла районынан Тимур Дәүләтбаев бар. Тимур 2022 йылда хәрби хеҙмәткә алына, хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә батырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәтеп, ауыр яралана, был I төркөм инвалидлығына һәм ике аяғын да ампутациялауға килтерә. Уның сыҙамлығы һәм ҡаһарманлығы юғары наградалар менән билдәләнә: II дәрәжә "Батырлыҡ өсөн", "Хәрби батырлыҡ өсөн" һәм Генерал Шайморатов миҙалдары.
Сығанаҡ һәм фото: "ЮЛДАШ" радиоһы 105.5 Fм