

"Торба" операцияһы яугирҙарыбыҙға Курск өлкәһенең Украина ҡораллы көстәре ҡарамағында булған бер нисә ауылды дошмандарҙан азат итергә ярҙам итте. Иң мөһиме – ҡаршы яҡ 2024 йылдың авгусында оккупацияға алған ҙур тораҡ пункт – Суджа ҡалаһы хәрбиҙәрҙән таҙартылды. Былтыр мартта уҙған операция, һис шикһеҙ, тарих дәреслектәренә инәсәк.
“Ағым”да ҡатнашҡан һәр һалдат беҙҙең өсөн – герой. Иҫәндәре лә, һәләк булғандары ла... Рәсәй яугирҙарының ниндәй сыҙамлы, көслө ихтыярлы, батыр икәнлеген тағы берҙе дәлилләне был операция. Шуларҙың береһе – “Муха” позывнойлы яҡташыбыҙ. “Ағым” нисек планлаштырылған, үткән, һалдаттарыбыҙ ниндәй ҡыйынлыҡтар менән осрашҡан? “Муха”ның үҙен тыңлайыҡ.
– Махсус хәрби операция биләмәһенә ҡасан юлландың? Ғөмүмән, үҙең менән таныштырып үт.
– Өфөлә тыуып үҫтем. 140-сы башҡорт гимназияһында белем алдым. Каникулым әсәйемдең тыуған яғы Ҡырмыҫҡалы районында үтә ине. Гимназияны тамамлағас, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында уҡыным һәм һөнәрем буйынса эшләнем. Шул уҡ ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университетында ситтән тороп юғары белем алдым. 2009 йылда повестка килгәс, ил алдындағы бурысымды үтәп ҡайттым да икенсе ергә йәнә инженер булып эшкә урынлаштым.
Махсус хәрби операция башланғас, оҙаҡ ҡына уйландым, шулай ҙа илһөйәрлек тойғоһо еңде. 2024 йылдың октябрендә Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән контракт төҙөнөм. 11-се гвардия десант-штурм бригадаһына (“Черные волки” тип йөрөтәләр) эләктем. Позывнойымды “Шмель” тип алырға уйлағайным, баҡһаң, ундай яугир бында бар икән. “Оса” ла хеҙмәт итә булып сыҡты. “Муха” бул да ҡуй, тиҙәр. Ысынлап та, фамилияма ла оҡшаш, тип, риза булдым. Килеү менән Курск өлкәһенә ебәрҙеләр һәм хәрби заданиеларға йөрөй башланыҡ, төрлө ауылдарҙы штурмланыҡ. Мәҫәлән, былтыр ғинуарҙа Махновка ауылын азат итеүҙә ҡатнаштым. Беҙҙә төрлө милләт кешеләре бар: урыҫтар, бүрәттәр, яҡуттар, сиғандар, әзербайжандар, үзбәктәр, таджиктар, әрмәндәр...
Әйткәндәй, яу яланына юлланыуымды әсәйемә әйтмәнем. Ул минең ҡайҙа йөрөүемде бер нисә айҙан ғына белде. Ҡайғыртҡым килмәне. Командировкаламын, тинем.
– Ысынлап та, Суджа ҡалаһын алыу тураһында репортаждарҙы ҡарағанда, яугирҙар араһында йөрөүең хаҡында уйлап та бирмәгәндер әсәйең. Был операция нисек ойошторолдо?
– “Ветерандар” батальоны үҙ тәжрибәһе буйынса тәҡдим иткән идея ине ул. Ундағы егеттәр 2024 йылдың февралендә Авдеевка ҡалаһын алғанда һыу торбаһы эсенән 4 саҡрым үтеп, маҡсаттарына өлгәшкән. Был юлы ла газ йөрөмәгән торбаны улар әҙерләне: вентиляция эшләне, инеү-сығыу урындарын хәстәрләне, кислород ебәрҙе, бәҙрәф урындарын билдәләне... 3 мартта беҙ төркөм-төркөм булып торбаға төшә башланыҡ. Беҙ, тигәнем – 11-се бригада, “Ветерандар”, “Ахмат” махсус тәғәйенләнештәге отряды, “Восток” батальоны, 30-сы мотоуҡсылар полкы егеттәре. Барлығы – 800-ҙән ашыу кеше. Торбаның диаметры – 1,45 метр. Эйелгән-бөгөлгән килеш 15 саҡрым барырға кәрәк ине.
Ауыр булды. Тын етмәне. Хатта шырпының тоҡанмауынан ғына ла һауа юҡлығын аңларға була ине. Паникаға бирелеүселәр ҙә булды, уларҙы тынысландырырға кәрәк. Ә артҡа юл юҡ! Үпкәләре насарыраҡтар, йәшермәйем, мәңгелеккә шунда күҙҙәрен йомдо... Ә мин ышандым. Операция уңышлы барып сығасағына шикләнмәнем, ауыр уйҙарға бирелмәҫкә тырыштым. 5 көн барҙыҡ.
– Ашарға-эсергә нимә алғайнығыҙ?
– Аҙыҡ-түлекте үҙең менән күп тейәп булмай ине. Бронежилет, ҡорал, аҙыраҡ ашарға – бына һиңә 50 килограмм. Һыу беренсе көндө үк бөттө, гел эске килде, белгән булһаҡ, уны күберәк алыр инек тә. Ҡалған ваҡытта торбаға йыйылған конденсатты тамсылап эсергә тура килде. Бер банка тушенка һәм бер нисә “Сникерс” батончигы алғайным. Шул миңә етте.
Атлауы ҡыйын, бер илле метр самаһы бараһың да берәй минут ял итеп алаһың. Һөйләшеүе ҡурҡыныс – ишетеп ҡалыуҙары бар. Ныҡ арыһаҡ, ятып йоҡлап алабыҙ. Сыҡҡан ваҡытта хәл самалы ине, мазутҡа буялып ҡап-ҡара булып бөткәйнек.
Украиндар юғалып ҡалды, уйламаған ерҙән килеп сығыуыбыҙ уларҙы ҡурҡытты, шулай ҙа ҡаршы ата башланылар. Эйе, беҙҙә юғалтыуҙар булды. Ләкин план барып сыҡты. Сөнки беҙҙе туҡтатырлыҡ түгел ине. Ундан ашыу ауыл, бер ҡала азат ителде. Бер нисә ай эшләнә алмаған эште бер нисә көндә теүәлләнек. Беҙ булдырҙыҡ.
– Ниндәй ул – замана һуғышы?
– Технологиялар ярҙамында алыш бара хәҙер. Иғтибарҙы бер секундҡа ла ситкә йүнәлтергә ярамай. Аяҡ аҫтында – мина, һауала – дрон. Миналарҙы күрмәй ҡалыуы еңел. Ҡурҡыныс һуғыш! Беҙҙә егеттәр ҙә, техника ла етерлек. Ә ҡаршы яҡ яҡшыраҡ ҡоралланған. Беҙҙә дрондар етешмәй. Кеше ҡорбандары булмаһын өсөн шуларҙы күберәк һатып алыу кәрәк.
– Әле яраланған өсөн ҡайтарғандар, был нисек килеп сыҡты?
– Шул торбанан сыҡҡас, яраланғандарға ярҙам күрһәтеү маҡсатында һыу эҙләп киттем. Барыһы ла сарсаған. Эҙләй торғас, күл осраны, яраҡлы һауыты ла табылды. Кире юлда ата башланылар. Егермеләп ярсыҡ тәнемде ярып үтте. Шул хәлдә бер тәүлек буйы йөрөнөм әле, икенсе көндө генә медицина ярҙамы ала алдым. Әле бына ҡайһы бер тимер киҫәктәрен сығарҙылар, күптәре тәнемдә ҡалды.
– Республика халҡы йыйған гуманитар ярҙам һеҙгә килеп торамы?
– Эйе, әлбиттә. Теүәл адресы яҙылғандар ҙа юғалмай ғына килтереп тапшырыла. Шуға ла яҡынығыҙҙың батальонын, позывнойын яҙып ебәрһәгеҙ, посылкағыҙҙы аласаҡтар. Былай үҙебеҙ ҡоро паек менән туҡланабыҙ бит инде. Һирәк кенә магазиндарға барыу бәхете эләгә. Шуға ла тыуған яҡтан килгән тәмлекәстәрҙе шатланып ҡабул итәбеҙ. Окоп шәмдәре, маскировка селтәрҙәре лә һәр саҡ кәрәк.
– Күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирәйем әле: ҡасан тамамланыр икән махсус хәрби операция?
– Ябай ғына итеп әйткәндә, беҙгә ҡушылған яңы территориялар – Луганск, Донецк халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре тулыһынса дошмандарҙан азат ителгәс.
– Ҙур рәхмәт. Барығыҙ ҙа иҫән-һау йөрөгөҙ!
Тыйнаҡ егет орден-миҙалдары хаҡында өндәшмәне. Шулай ҙа уның бер нисә наградаһы, ә “Торба” операцияһы өсөн Батырлыҡ ордены барлығын белдек. Геройҙар – беҙҙең арала.