

Ҡотҡарыусылар тиҙ арала килеп етеп, утты һүндерә. Әммә биш фатир, йорт ҡыйығы, яҡында торған бер автомобиль зыян күрә. Иң мөһиме: батыр, тәүәккәл егеттәрҙең дөрөҫ эш итеүе арҡаһында кешеләр иҫән-һау ҡала!
Денис Артемьев һәм Радмир Дәүләтшин Стәрлетамаҡтағы 23-сө полилингваль күп йүнәлешле мәктәптең полиция синыфында уҡый. Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашалар. "Еңеү парады" ирекмәндәре. Полиция синыфында алған белемдәре егеттәргә киҫкен хәл килеп тыуғанда юғалып ҡалмаҫҡа, тиҙ арала эш итергә ярҙам иткән.
Денистың атаһы Эске эштәр министрлығы органдарында хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡан икән. Уның өлгөһөндә тәрбиәләнгән, кешеләрҙе яҡлау тураһында һөйләгәндәрен тыңлап үҫкән үҫмер. Дуҫы менән үҙҙәре һайлаған һөнәрҙе яратыуҙарын, оло быуынға яҡшы алмаш килеүен иҫбатланылар. Тиҙҙән улар лайыҡлы наградаларын аласаҡ.
Фото: mvd.ru.