+10 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Атайыма

«Онотолмаҫ батыр исеме» акцияһына беренсе ижад эше килде. Уны Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының VI синыф уҡыусыһы Сабина САФИНА яҙып ебәргән.

Атайыма
Атайыма

Ул махсус хәрби операцияла һәләк булған ҡәҙерле кешеһенә арнап «Атайыма» шиғырын яҙған.


Һуғыш тигән яуыз нәмә
Пыр туҙҙырҙы дуҫлыҡ күперен.
Бүлмәне ул оло-кесеһенә,
Өҙҙө күпме кеше ғүмерен.

Атай, уйламаған инем бер ҙә,
Баштан үтер, тиеп минең дә.
Әсе һуғыш тәмен татырмын тип,
Ҡайғы ятыр, тиеп иңемә.

Атай, һуңғы осрашыуҙы беҙҙең
Һиҙгәндер ул һинең йөрәгең.
Минең күңел генә тоймаған шул
Юғалтырын ныҡлы терәген...

Йылы ҡуйыныңа ҡыҫып ҡосоп,
Сәстәремде еҫкәп яраттың.
Йәш тығылған күҙҙәреңде төбәп:
– Ҡыҙым, бәхетле бул, – тип әйттең.

Бәхетһеҙлек өҫкә ишелһә лә,
Атай, һинең һүҙҙе тотормон.
Бәхетемә табан ынтылырмын
Елдәр иҫкәндә лә оторо.

Атайыма
Атайыма
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас