

Документ буйынса исеме Илгиз булһа ла, ауылда үҙен Радик тип беләләр. Ул 1996 – 2005 йылдарҙа Ниғәмәт мәктәбендә уҡый. 2011 йылдың 22 апрелендә әрме сафына алына. Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының Прохладный ҡалаһында хеҙмәт итеп ҡайта. Иртә өйләнә, әммә ҡатыны менән айырылышып ҡуялар. Беренсе ғаиләһендә ҡыҙы һәм улы ҡала. Бөгөн Гөлфинәгә 20 йәш булһа, Айназға – 17 йәш.
Илгиз Себер тарафтарында эшләй. Ул яҡтарҙан бөтөнләйгә тыуған яғына ҡайтҡас, Баймаҡта үҙенә бригада төҙөп, төрлө төҙөлөш эштәрен башҡарып йөрөй. Шунда 2-се Этҡол ҡыҙы Гүзәлиә менән ныҡлап дуҫлашып китә. Күп тә үтмәй, улар өйләнешә. Көтөп алған уртаҡ ҡыҙҙары Әлфинә тыуа. Әле уға – 5 йәш. Шулай матур ғына донъя көтөп ятҡанда ҡапыл илебеҙҙә өлөшләтә мобилизация башланып китә. 2022 йылдың 26 сентябрендә Илгиз дә махсус хәрби операцияға юллана. Ул китеүгә ике ай үткәс, икенсе бәпестәре тыуа. Балаға ҡатыны һәм яугирҙың ата-әсәһе бергәләп Айгиз тип исем ҡуша.
Әлфинә менән Айгиз Баймаҡтағы 5-се мәктәптәге балалар баҡсаһына йөрөй. Телдәренән атайҙары төшмәй. Әлфинә: «Атайым беҙҙе өҫтән ҡарап, күҙәтеп кенә тора», – тип һөйләгән була ҡустыһына. Әлдә яндарында яратҡан ҡартәсәй менән ҡартатайҙары бар әле. Үҙ-ара татыу ғына йәшәйҙәр. Гүзәлиә килендәрен ҡурсалап ҡына тора ҡәйнә менән ҡайныһы. Ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә тырышалар.
– Киленгә, бер нәмәгә ҡарамай машина йөрөтөргә уҡып ал, тинек тә үҙебеҙ бабай менән балаларҙы ҡарап торҙоҡ, — ти Гүзәлиәнең ҡәйнәһе Мәҙинә апай.
«Радик» позывнойлы Илгиз Хөсәйенов мотоуҡсылар дивизияһында штурмовик булып хеҙмәт итә башлай. Ул яуҙаштары араһында үткер, ҡурҡыу белмәҫ, эшһөйәр һәм ярҙамсыл булыуы менән айырылып тора.
2024 йылдың июль айында ҡыйыу яугирҙы 239-сы полкка күсерәләр. Унда ла штурмовик вазифаһын башҡара. Ҡулы оҫта, техниканы биш бармағы кеүек белгән Баймаҡ егете яуҙа ла иҫке «УАЗ»ик («буханка») машинаһын йүнәтә һалып, һалдаттарға һыу, аҙыҡ-түлек ташый. Бер мәл уға яу яланында ятып ҡалған 22 һалдаттың кәүҙәһен алып сығырға ла тура килә. Яңы ерҙәргә барып урынлашҡан һайын иптәштәре менән тиҙ генә блиндаж, мунса төҙөп ултырталар.
– Улымдың ҡулы бигерәк оҫта ине, белмәгән, төҙөмәгән нәмәһе булманы. Бала саҡтан атаһы янында уралып, техниканың бар серҙәренә төшөнөп үҫте. Ҡара эштән ҡурҡманы, янындағы иптәштәрен дә белмәгәндәренә өйрәтә торғайны. Бесән мәлендә лә бар ауыр эш йөгөн үҙе тартты. Атаһына һәр саҡ ярҙам итте. Ә үҙе кешенән ярҙам алырға һис тә яратманы. Эште еренә еткереп, «һә» тигәнсе башҡарып ҡуйыр ине. Үҙе бик ярҙамсыл, туған йәнле булды. Бер генә лә тик торманы. Бүрене аяҡтары туйҙыра, тип әйтер ҙә йөрөр ине, – ти күҙ йәштәрен һөртөп яугирҙың әсәһе Мәҙинә Зәйнетдин ҡыҙы.
Ысынлап та, ҡурҡыу белмәҫ яугирҙы хеҙмәттәштәре лә ныҡ хөрмәт иткән. Бер ваҡытта ла бошонҡолоҡҡа бирелмәй, һәр ерҙә әмәлен табып, һалдаттарҙы тиҙ генә дәртләндереп ебәрә белгән. Һуғышта бит гел уяу булырға, тирә-яҡҡа иғтибарлыраҡ булыу талап ителә. Ул дошмандарҙың һауала осоп килгән 79 квадрокоптерын атып төшөрә...
«Радик» багги машинаһында ла алғы һыҙыҡтағы һалдаттарға һыу, аҙыҡ-түлек ташый. Ташландыҡ ауылдарҙа ҡарауһыҙ ҡалған тауыҡтарға оя ҡора һалып, һалдаттарҙы йомортҡа менән дә һыйлап өлгөрә.
Махсус хәрби операция барышында Илгиз Хөсәйенов өс тапҡыр ҡаты яралана. Госпиталдә дауаланып сыҡҡас, шунда уҡ киренән Тыуған илен һаҡларға сафҡа баҫа.
2024 йылдың 27 октябрендә 106-сы дивизияның 137-се парашют-десант полкындағы инженер-сапёр ротаһына күсерелә. Унда инструктор булып, һалдаттарҙы танкыларға ҡаршы мина ҡуйырға өйрәтә.
Бер мәл декабрь башында телефон аша ҡатыны менән һөйләшкәндә: «Әгәр мөмкин булһа, Әлфинәмде лә алып килә алмаҫһыңмы?» – ти ҡыҙын һағынған атай кеше. Әлбиттә, ҡатыны уны аңлай, ҡайны-ҡәйнәһе менән кәңәшләшкәс, ҡыҙын үҙе менән ала ла ирекмәндәрҙең гуманитар ярҙам машинаһында ире янына юллана. Улар 6 көн бергә була. Әлеге һуңғы осрашыуҙарын яугир ҡатыны хәтерләп:
— Ирем: «Миңә көн дә баҡыйлыҡҡа күскән яуҙаш иптәштәрем төшкә инә. Улар янында буталам», – тип һөйләне. Һиҙгәндер инде оҙаҡламай улар янына китәсәген… Сөнки ул: «Был ерҙән имен-аман сығып булмаҫтыр. Һуғыш бик ҡаты бара. Йәштәрҙең дә ғүмерҙәре өҙөлә. Үҙҙәрен йәлләйем… Шуға ҡыҙымды булһа ла күреп ҡалайым, улым бит бәләкәй», — тигән булды. Әйтер һүҙҙәрен, теләктәрен – барыһын да теҙҙе лә теҙҙе. Мин шунда уҡ һиҙендем инде уның хушлашып ултырғанын. Ауыр булһа ла, белдертмәҫкә тырышып, һүҙҙе икенсегә бороп та ҡарайым…
Ысынлап та, иремдең был ергә күскәс, яуҙың ныҡ ҡаты барғанына төшөнгәйнем инде. Уға тағы өр-яңы, яҡшыраҡ хәрби кейемдәр алып ҡалдырҙым.
Ирем һәләк булыр алдынан үҙем дә бит ап-асыҡ төш күргәйнем. Йөрәккәйем бысраҡ һыу менән ағып киткәйне.
Ике көн дә үтмәне, дуҫы Сергей сыҡты элемтәгә. Бер ни аңламайым. Ҡайны-ҡәйнәмә бер нәмә лә һөйләмәйем, илайым да илайым. Үҙемә урын тапмайым, көн дә ауылға улар янына барам... Шулай ҙа бар көсөмдө туплап, иремде үҙем Ростовҡа барып, хәстәрләп алып ҡайтырға баҙнат иттем. Хәҙер уйлайым да ҡурҡып китәм. Нисек үҙемдә көс тапҡанмын икән? – ти.
Алғы һыҙыҡта йөрөй «Радик». 2025 йылдың 27 ғинуарында Суджа районы Толстый Луг ауылы янында дошман танкыларына ҡаршы мина ҡуйған ваҡытта 36 йәшлек яугир батырҙарса һәләк була.
16 март тыуған ауылына ил батыры булып ҡайта. Уны тыуған төйәгендә шул тиклем күп йыйылған халыҡ хөрмәтләп һуңғы юлға оҙата.
Ҡаһарман яугир «Хәрби батырлыҡ өсөн», «Ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек һәм батырлыҡ өсөн», II дәрәжә «Батырлыҡ өсөн», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан өсөн» миҙалдары һәм үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.
Герой булып тыумайҙар, ә һынауҙар мәлендә ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек күрһәтеп батыр булып танылалар. Тап шундайҙарҙың береһе – Илгиз (Радик) Хөсәйенов та. Исемен мәңгеләштереп, туған мәктәбендә уның иҫтәлегенә Герой партаһы асылған. Унда ултырыу хоҡуғы уҡыу алдынғыларына, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыусыларға ғына бирелә.
Әле тынғыһыҙ Гүзәлиә ханым ирекмәнлек эше менән шөғөлләнеп, Баймаҡтағы хәрби комиссариатта үҙе кеүек яҙмышлы кешеләргә ярҙам итеп, документтар тултыра. Яугир ире тураһында хәтерҙе мәңгеләштереүгә лә көс һала. Йәйәнән уҡ атыу буйынса республика ярышы ойоштороуҙа ла ҡатнаша. Ул бүләктәр алыу өсөн генә лә 250 мең һумлыҡ аҡсалата ярҙам күрһәткән.
Көслө рухлы яугир ҡатынына, туғандарына һаулыҡ теләйбеҙ.
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Ғаилә архивынан алынған һәм автор фотолары.