

Махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн яугирҙар Шафиҡ Тапаҡов, Данил Хәмәҙиев, Артур Мысырғәлин үлгәндән һуң - Батырлыҡ орденына, Иҙел Байғужин һәм Илһам Вәхитов үлгәндән һуң - “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалына, Әлфәр Ҡәйепов һәләк булғандан һуң - 2-се дәрәжә “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалына, Кирилл Булатов үлгәндән һуң 2-се дәрәжә “Хәрби батырлығы өсөн” миҙалына лайыҡ булған.
Яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығы мәңгегә беҙҙең йөрәктәрҙә һәм ил тарихында ҡаласаҡ.
Автор:Рәзилә Байғусҡарова