Һине көтәбеҙ, геройыбыҙ!

Ағайым Илнур Солтанов тураһында яҙып китмәксемен. Ул – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир. Илнур ағайым – илен һаҡлаған ҡурҡыу белмәҫ герой. Уның батырлығы мине һоҡландыра.

Һине көтәбеҙ, геройыбыҙ!Һине көтәбеҙ, геройыбыҙ!
Һине көтәбеҙ, геройыбыҙ!

Илнур ағайым 1996 йылдың 30 октябрендә Архангел районының Ҡыҫынды ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, әрме сафына баҫа. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ОМОН-ға эшкә урынлаша.
– Бала саҡтан ҡыйыу, көслө булды ул, – тиҙәр ағайым хаҡында.
Кешегә тәрбиә бала саҡтан һалына. Мәктәп йылдарынан уҡ спорт менән дуҫ булды. Ярыштарҙа әүҙем ҡатнашты, шуға ла физик яҡтан һынатманы ул. Барыбыҙға ла кәңәштәре менән ярҙам итә.
Махсус хәрби операция башланғас, ағайым ике лә уйламай яугир булырға ҡарар итте. Бөтәбеҙ өсөн көтөлмәгән хәл булды. Әммә уның Ватанды һаҡларға һәр ваҡыт әҙер икәнен дә белә инек.
Илнур ағайым ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып йөрөй. Ғаиләһе Өфөлә йәшәй. Ике улы, бер ҡыҙы бар: Данис, Данир һәм Динә.
Геройыбыҙ ҡайтһа, барыбыҙ өсөн дә был көн ҙур байрамға әйләнә. Уны ҡаршы­лау өсөн күмәкләшеп йыйылабыҙ. Ул үҙе­нең яу хәтирәләре менәп бүлешә, көслө һәм тәртипле булыуҙың мөһимлеге тураһында һөйләй, файҙалы кәңәштәрен дә бирә.
Мин шундай ағайым булыуы менән ғорурланам. Уның батырлығы һәм хал­ҡына тоғролоғо ысын геройҙарҙың кинола ғына булмауын, ә беҙҙең арала йәшәүен белдерә. Яугир – ул ҡулына ҡорал тотҡан кеше генә түгел, ә батырлыҡ, сыҙамлыҡ һәм үҙ иленә тоғролоҡ символы, минеңсә. Ватанды яҡлаусы һәр һалдат геройға әйләнә, сөнки ул ватандаштарының именлеге һәм тыныслығы өсөн ғүмерен бирергә лә әҙер бит.
Минең Илнур ағайым илебеҙҙе һаҡлай. Уның еңеү яулап ҡайтыуып көтәбеҙ.



Илнара КӘРИМОВА, III cиныф уҡыусыһы.
Архангел районы, Ҡыҫынды мәктәбе.

Һине көтәбеҙ, геройыбыҙ!
Һине көтәбеҙ, геройыбыҙ!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас