+23 °С
Облачно
VKOKTelegram

«Беҙ бергә!» — ти баймаҡтар

«Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәге»ндә яҡындары яуҙа һәләк булған батырҙарыбыҙҙың әсәйҙәре, тол ҡатындары һәм туғандары осрашты.

«Беҙ бергә!» — ти баймаҡтар«Беҙ бергә!» — ти баймаҡтар
«Беҙ бергә!» — ти баймаҡтар

Улар Георгий таҫмаһын эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе алды. Башҡорт полктарының имам-ахуны Хәмзә хәҙрәт Хафизов яугирҙар рухына аят бағышланы.

— Оҫталыҡ дәресен ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә булышлыҡ иткәне өсөн Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһындағы «Һаҡлаусы фәрештә» ирекмәндәр штабы етәксеһе Гөлназ Булат ҡыҙы Хафизоваға, Ярат мәктәбенең директоры Миләүшә Азамат ҡыҙы Юлдашбаеваға һәм Йәш натуралистар станцияһының өҫтәмә белем биреү педагогы Дилара Камил ҡыҙы Йәнбирҙинаға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, — тип яҙа «Бәйләнештә» социаль селтәрҙәрендә «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фондының Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса филиалының социаль координаторҙары.

 

Сығанаҡ һәм фото: Центр поддержки участников СВО г. Баймак

«Беҙ бергә!» — ти баймаҡтар
«Беҙ бергә!» — ти баймаҡтар
«Беҙ бергә!» — ти баймаҡтар
«Беҙ бергә!» — ти баймаҡтар
«Беҙ бергә!» — ти баймаҡтар
«Беҙ бергә!» — ти баймаҡтар
«Беҙ бергә!» — ти баймаҡтар
«Беҙ бергә!» — ти баймаҡтар
«Беҙ бергә!» — ти баймаҡтар
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас