+13 °С
Облачно
VKOKTelegram

Әсәйҙәр көтә улдарын!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙҙең илһөйәрлеге, тыуған ере өсөн йәнен фиҙа ҡылыр холоҡ-сифаты ҡандан киләлер.

Әсәйҙәр көтә улдарын!Әсәйҙәр көтә улдарын!
Әсәйҙәр көтә улдарын!
Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа Ватаныбыҙ именлеген һаҡларға әҙер генә торған бит. Илебеҙгә ҡурҡыныс янағас, әле лә күп ҡыйыу яҡташтарыбыҙ яуға китте. Уларҙы тәрбиәләгән, үҫтергән атай-әсәйҙәр алдында баш эйәбеҙ.
Һеҙҙе Хәйбулла районы үҙәге Аҡъяр ауылында йәшәгән Луиза Ислам ҡыҙы Юлбарисова менән таныштырғы килә. Уның да бит «Зевс» позывнойлы улы ил һағына баҫты.
Әлбиттә, әсәйҙәргә еңел түгел. Махсус хәрби операция улар өсөн дә ҙур һынауға әйләнде. Бирешмәҫкә, түҙергә кәрәк инде. Быны Луиза Ислам ҡыҙы яҡшы аңлай. Ул – райондағы Ғаилә үҙәгендә ойошторолған «Хәйбулланың тыуған тылы» ирекмәндәр ойошмаһының ағзаһы. Ғөмүмән, райондың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары күпләп һаҡселтәрҙәр менән ҡотҡарыусы беләҙектәр үрә, окоп шәмдәрен ҡоя, дрондан ҡурсалаған одеялдар тегә, һалма йәйә, ойоҡ-бейәләй­ҙәр бәйләй, аҡса йыйып хәрбиҙәргә махсус ҡорамалдар, медицина кәрәк-ярағын хәстәрләй. Был изге эште барыһы ла йөрәк, выждан һәм намыҫ ҡушыуы буйынса ихлас баш­ҡара.
Ә «Зевс» МХО-ға 2023 йылдың май айында Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән хәрби контракт төҙөп юллана. Һалдат Һамар ҡалаһында, Рощинск ауылында хәрби әҙерлек үткәс, Санкт-Петербургҡа ебәрелә. Унда танктты ныҡлап өйрәнгәс, үҙен яуға — 31-се полктың 25-се армияһына ебәрәләр. Яугир Сергей Зорин исемендәге башҡорт танк батальонында өс кешенән торған экипажда хеҙмәт итә башлай: командир, механик-водитель һәм оператор-төҙәүсе. Ул «Зевс» позывнойлы булып китә.
– Улым бала саҡтан шуҡ, шаян, отҡор булып үҫте, – ти әсә кеше. – Аҡъярҙағы 1-се мәктәпте тамамлағас, ауылыбыҙҙағы тау колледжында белем алды. Тырышып яҡшы билдәләләргә генә өлгәште. Бала саҡтан таҙалыҡты, тәртипте ныҡ яратты. Уның бар әйберҙәре лә гел үҙ урынында ята. Бер йәшендә генә атайһыҙ тороп ҡалғас, үҙем бар эшкә лә өйрәтеп үҫтерҙем. Шуғалыр ҙа инде ниндәй эш булһа ла, барыһын белеп, ихлас башҡара. Үҙенән ун дүрт йәшкә бәләкәй Нил ҡустыһына өлгөлө ағай ул. Гел бер-береһенә яҡшы мөнәсәбәттә булып, туғандарса матур аралашалар. Ағаһы ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда ҡустыһына барыһын аңлатып, тормош һабаҡтары бирергә тырышып ҡына тора. Кесе улым да барыһын дөрөҫ ҡабул итә белә һәм уны тыңлай. Нил Аҡъярҙағы 1-се мәктәптә VII синыфта тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡый. Ҡурайҙа оҫта итеп уйнай, түңәрәккә бер көн дә ҡалдырмай йөрөй. Белем усағында ойошторолған төрлө бәйгеләрҙә теләп ҡатнаша. Өйҙә минең ҙур ярҙамсым. Ул: «Ағайым шулай эшләргә ҡушты, быны ошолайтырға кәрәк», – тип яныма килеп етә. Ә Алина ҡыҙым Өфөләге медицина университетының I курсында уҡып йөрөй. Ул да ағаһы менән һөйләшеп, кәңәшләшеп кенә тора. Шулайыраҡ улыбыҙға тыуған яҡтың йылы тойғоларын белдерергә тырышабыҙ инде.
Аллаға шөкөр, балалар үҙ-ара бик дуҫ, шуға ныҡ ҡыуанам. Хоҙайым, тиҙерәк һу­ғыш бөтөп, улымдың имен-һау ҡайтыуын көн дә теләп кенә йөрөйөм.
«Зевс» иртә өйләнә. Баймаҡ ҡыҙы Диананы кәләш итеп алғас, үҙ аллы донъя көтә башлайҙар. Шулай атай кеше Баймаҡ ҡалаһында «Электроник» магазинында һатыусы-консультант булып эшләп йөрөгәндә ҡапыл донъялар үҙгәреп китә. Илебеҙҙә махсус хәрби операция иғлан ителә. Атай кеше оҙаҡ уйлап тормаҫтан: «Тыуған илемде, иң ҡәҙерле кешеләремде дошмандан һаҡларға тейешмен», – тип фронтҡа китә. Әле ике ҡыҙҙары үҫеп килә. Элинаға 10 йәш булһа, Эмилияға – 8 ай. Бәләкәй ҡыҙ атаһы яуҙа саҡта тыуа. Яугир, ҡыҫҡа ялын ҡатынының бәпес менән бала табыу йортонан сыҡҡан мәленә тура килтереп, бәләкәсен ҡайтып күрә.
«Зевс» яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн өс тапҡыр бүләкләнә. Геройға генерал Шайморатов, «Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан өсөн» һәм «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдарын тапшыралар. Ул өс тапҡыр контузия ала. «Улым ҡыҫҡа ялға ҡайтҡанда ла тыныс ҡына йоҡлай алмай йонсой, шуға ҡайт­ҡан һайын ҡот ҡойҙороп ебәрәбеҙ», – ти әсә кеше өҙгөләнеп. Яугир яҡындары янына дүрт мәртәбә шулай ялға ҡайтып китә. Телефон аша аралашып, хәлдәрен белешеп торалар. Әммә күп һөйләшергә яратмай ул: «Әсәй, минең хәлдәр яҡшы, борсолмағыҙ! Беҙ тиҙҙән еңеп ҡайтырбыҙ, беҙҙе көтөгөҙ!» – тип ҡыҫҡа ғына яуаплай 
икән.
Ҡыйыу егеттең әсәһе менән һөйләшкәндә уның үҙен тыныс тотоуына, сабырлығына ныҡ һоҡландым. Хоҙайым шундай ул үҫтергән әсәй­ҙәргә һаулыҡ һәм сабырлыҡ бир­һен. Сөнки улар улдары менән яуҙа бергә йөрөгән кеүек бит.
Оло йөрәкле, гүзәл ханым 31 йыл Аҡъярҙағы бала табыу йортонда акушер булып эшләй. Күпме сабый уның ҡулында донъяға ауаз һалған! Тимәк, тормош дауам итә.
Ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ батырҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, үҫеп килеүсе йәш быуын да уларға ҡарап үрнәк алырға, оҡшарға тырыша ла инде. Эйе, беҙҙең арала бөгөн дә бар геройҙар.
Батырҙарыбыҙға дан! Тиҙерәк еңеү менән ҡайтығыҙ! Нисек кенә ауыр булмаһын, улдарын көткән әсәйҙәрҙең күҙҙәренән әсе йәш түгел, ә шатлыҡ тамсылары тамһын ине...


Зөһрә ХӘКИМОВА.
Әсәйҙәр көтә улдарын!
Әсәйҙәр көтә улдарын!
Әсәйҙәр көтә улдарын!
Әсәйҙәр көтә улдарын!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас