+27 °С
Облачно
VKOKTelegram

Һаҡлай беҙҙе атайым

Атайымдың исеме – Ринат Ришат улы. Ул 1992 йылдың 8 декабрендә Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында тыуған.

Һаҡлай беҙҙе атайымҺаҡлай беҙҙе атайым
Һаҡлай беҙҙе атайым

Баһадир кәүҙәле, көләс йөҙлө, батыр йөрәкле кеше инде үҙе.
Беҙ Баймаҡ ҡалаһында йәшәйбеҙ. Атайымдың ҡулы алтын, белмәгән эше юҡ. Ул шундай ихлас, кешеләргә ярҙам итергә әҙер генә тора. Һөнәре буйынса – иретеп йәбештереүсе.
Минең атайымдың күңеле лә киң, уның йөрәгенә туғандарының, дуҫтарының барлыҡ хәстәрҙәре һыйған. Бер кемгә лә ауыр һүҙ әйтмәҫ ул. Беҙҙе иркәләй, ярата, үҙебеҙ ҙә уны ныҡ яратабыҙ.
Илебеҙҙә махсус хәрби операция башланғас, илһөйәр, рухлы атайым да ситтә тороп ҡалманы, үҙ теләге менән яуға ҡуҙғалды. Шуға ла ҡустым менән ҡулыбыҙҙан килгәнсе, әсәйгә ауыр булмаһын, тип тырышабыҙ. Үҙем мәктәптә яҡшы ғына уҡыйым, ә ҡустым балалар баҡсаһында үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнашып, еңеү яулап, ҡәҙерлебеҙҙе ҡыуандыра.
Мине атайыма оҡшаталар. Бының менән сикһеҙ ғорурланам. Атаһына оҡшаған ҡыҙ бәхетле була, тиҙәр бит. Шулай ғына булһын инде.
Атай, имен-һау бул, һаҡланып ҡына йөрө, көн дә изге теләктәр теләйбеҙ һиңә. Әсәй кеүек, атай ҙа берәү генә!



Азалиә СЫҢҒЫҘОВА, II «А» синыфы уҡыусыһы.
Баймаҡтағы 5-се мәктәп.

Һаҡлай беҙҙе атайым
Һаҡлай беҙҙе атайым
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас