

Кисәне "Баймаҡ" яҡташтар ойошмаһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо.
Сарала Тимерйән Рәжәп улын белгән, хөрмәт иткән, бергә хеҙмәт юлы үткән етәкселәр, депутаттар, дуҫтары, таныштары, яҡташтары, туғандары, артистар ҡатнашты.
Луганск Республикаһының Петровск ҡалаһынан депутат А.Серов һәм Шайморатов генерал исемен йөрөткән мәктәп директоры Серова Гөлназ Камилевнаның хәтер кисәһендә булыуы сараға мәртәбә өҫтәне.
Төп ойоштороусы - Рита Өмөтбаева, сараны Наил Юнысов алып барҙы.
Афғанда, МХО һуғыштарында ҡатнашҡан батыр яугирҙың оло йөрәкле, кешелекле, ярҙамсыл, илһөйәр шәхес булыуы күптәргә өлгө булып тора.
Шайморатов генералға Герой исемен биреү, Луганскиҙа уға бюст ҡуйыу, уның исемен Петровск ҡалаһындағы мәктәпкә биреүҙә Тимерйән ағайҙың тырышлығы ҙур.
Ул 2014 йылдан алып 100-ҙән ашыу ылау алып барыуҙа ҡатнашҡан һәм ойошторған.
"Бик күп изге эштәр башҡарған яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ", - ти баймаҡтар.
Батырҙың исеме мәңге хәтерҙә, мәңге онотолмаҫ!
️Сығанаҡ һәм фото: "БАЙМАҠ" яҡташтар ойошмаһы