+24 °С
Дождь
VKOKTelegram

Үҙен һағынып көтәбеҙ

Атайым — хәрби кеше. Ульяновск ҡалаһындағы Һауа-десант ғәскәрендә хеҙмәт итә. Хеҙмәт стажы — 12 йыл.

Үҙен һағынып көтәбеҙҮҙен һағынып көтәбеҙ
Үҙен һағынып көтәбеҙ

Ул хәрби бурысын намыҫ менән үтәп, «Ҡырымды ҡайтарған өсөн», «Сүриәлә хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалдары менән бүләкләнгән.

Ҡәҙерлебеҙ 2022 йылдың апрель айынан махсус хәрби операцияла Тыуған илебеҙҙең тыныслығы өсөн көрәшә. Ул — «Томан» позывнойлы, артиллерист булып дошман менән алыша. Үҙе Хәйбулла районында тыуып үҫкән. Атайым менән ғорурланам. Уның күкрәген «Батырлыҡ өсөн», «Жуков», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан өсөн», «Хәрби батырлыҡтары өсөн» миҙалдары биҙәй. Мин дә уға оҡшарға тырышам. Ҙурайғас, хәрби кеше булғым килә.

Атайымдың имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Әсәйем менән уны һағынып көтәбеҙ.

 

 

Сынбулат ТОМАНШИН.

Баймаҡтағы 4-се лицей.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас