+20 °С
Ясно
VKOKTelegram

Еңеп ҡайтырбыҙ, тигәйне...

Йортҡа килеп инеү менән мөләйем генә инәйҙе нишләптер әсәйем мәрхүмәгә оҡшатып ҡуйҙым. Үҙе лә: «Ҡыҙым, һине ҡайҙалыр күргәнем бар, ә иҫләнем, телевизорҙағы «Байыҡ» тапшырыуында бит, эйеме?» — тип ҡосаҡлап та алды. Баҡтиһәң, мине Вилүрә апайым менән бутаған икән.

Еңеп ҡайтырбыҙ, тигәйне...Еңеп ҡайтырбыҙ, тигәйне...
Еңеп ҡайтырбыҙ, тигәйне...

Өҫтәлдә матбуғат баҫмалары теҙелеп ята. Иман юлындағы 73 йәшен тултырасаҡ инәйҙең күпләп гәзит-журналдар яҙҙырып, уҡып ултырыуына ҡыуандым. Күҙ теймәһен! Хатта заман телефонын да оҫта ҡуллана, фотоға ла төшөрөргә өйрәнеп алған. Теле лә йомарт инәйҙең, матур һөйләй. Йортта яңғыҙы йәшәһә лә, кемдер килеп ярҙам итерен көтөп ултырмай. Бөхтәлек ярата: бар ерҙә – тәртип һәм таҙалыҡ. Өй эсе заманса итеп биҙәлгән, һәр нәмә үҙ урынында. Берҙән-бер ғәзиз улын ерләп, ҙур ҡайғы һәм оло юғалтыу ғазаптарын кисерһә лә, рух ныҡлығын юғалтмаған.
Был тормошта һәр көслө заттың, батыр ир-егеттең таянысы, көсө һәм иманы булып ҡатын-ҡыҙ тора. Шулай ҙа иң бөйөк кеше – әсәй! Улар ил һаҡсыһын был донъяға тыуҙыра һәм ысын илһөйәр итеп тәрбиәләй. Шундай әсәй­ҙәрҙең береһе – Хәйбулла районы Аҡъ­яр ауылында йәшәүсе Сәрүәр Сабирйән ҡыҙы Килдебаева.
Тыуған иле өсөн ғүмере ҡыйылған ғәзиз улы хаҡында һөйләшкәндә, нисек кенә ауыр булмаһын, инәй үҙен тыныс тоторға тырышты. Сәрүәр Сабирйән ҡыҙы ҡайғыларҙы күп күргән. Ҡәҙерле кешеләрен юғалтҡанда уның ниҙәр кисергәнен Алла үҙе генә беләлер. Гүзәл ҡыҙы 20 йәшендә юл фажиғәһендә вафат булып ҡала. 2006 йылда 51 йәшендә тормош иптәше лә был донъянан китеп бара. Тол ҡатын үҙен ҡулға алып, терәге булған улы менән артабан бирешмәҫкә, бар ауырлыҡтарҙы еңергә көс таба. Улы Ринат та әсәһе өсөн өҙөлөп кенә тора. Эш араһында ла, ял көндәрендә лә ҡәҙерлеһенең янына гел килеп йөрөй. Бар ауыр эштәрҙе гел үҙе башҡарырға тырышып, әсәһен төрлөсә ҡурсалап, матур итеп йәшәп ятҡанда Президентыбыҙ илебеҙгә ҡурҡыныс янауын белдерә. Махсус хәрби операция башлан­ғас, Ватан саҡыра икән, уны беҙ дошмандарҙан һаҡларға тейешбеҙ, тип Ринат Булат улы ла яуға китә. Шулай Сәрүәр Сабирйән ҡыҙының берҙән-бер улы Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән хәрби контракт төҙөп, МХО-ға юллана.
Ринат Килдебаев 1976 йылдың 5 октябрендә Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында тыуа. Ошондағы 1-се мәктәптең VIII синыфын тамамлағас, Аҡъ­ярҙағы 110-сы һөнәрселек училищеһына уҡыр­ға бара. Тракторсы-водитель һөнәренә таныҡлыҡ алыу менән әрме сафына баҫа. 1995–1997 йылдарҙа ул Кунашир утрауындағы сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Өлкән сержант тыуған яғына ҡайт­ҡас, Йылайыр совхоз техникумына уҡырға инә. Ҡулына диплом алыу менән әсәһе янына ашыға. Матур итеп үҙ донъяһын ҡора. Өс ҡыҙ балаға – Азалиә, Диана, Гүзәлгә атай булған Ринат Булат улы һуңғы көндәренә тиклем Аҡъярҙағы «Газпром» филиалында авария хеҙмәте буйынса слесарь булып эшләй.
– Улым тормошто яратты. Гел йылмайып ҡына йөрөнө, кешегә ауыр һүҙ әйтә белмәне ул. Ҡыҙҙарын да ҡурсалап ҡына торҙо. Бер ваҡытта ла өйҙәге эште айырып башҡарманы. Оҫта итеп ашарға ла бешерҙе, керен дә йыуып, үтекләп, рәтләп шкафҡа һалыр ине. Үҙе һәр бер нәмәгә яуаплы ҡараны. Улым өсөн гел иң беренсе урында тәртиплелек һәм таҙалыҡ торҙо. Тимерсе булып эшләгән атаһына оҡшап, ағас эшенә лә ҡулы оҫта булды. Башҡар­ғандарын еренә еткереп, бер үҙе тамамлап ҡуя ине. Миңә бер ауыр эш тейҙермәне. Хатта яуҙа саҡта ла телефон аша: «Әсәй, үҙеңде һаҡла, ауыр әйбер күтәрмә. Еңеп ҡайт­ҡас, ике ҡатлы йорт һалып, бергә йәшәрбеҙ. Миңә үпкәләмә, әйтмәй киткән өсөн ғәфү ит!» – тигән булды бәпәйем, – ти хәтирәләргә бирелеп Сәрүәр инәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо һөйләшеү һуңғыһы була...
Эйе, бала саҡтан Ринат яуаплылыҡты тойоп үҫә. Гүзәл апаһы булһа ла, уны ҡарап ҡына йөрөтә. Үҙ-ара ныҡ татыу булалар, бер-береһенә ярҙам итеп кенә үҫәләр. Мәктәптә тырышып уҡый. Спорт менән дуҫ була. Төрлө саңғы ярыштарында ҡатнаша. Буш ваҡыты булыу менән яратҡан ағас эше менән шөғөлләнә. Төрлө һындар яһау менән мауыға.
– Атайым ғәҙел, ябай, яҡшы, ихлас кеше булды. Ул һәр ваҡыт ҡыҙыҡһын­ған һорауҙарыма йомшаҡ итеп кенә яуап бирә ине. Ваҡыты булыу менән беҙҙе тәбиғәткә алып сығып, матур ялдар ойоштора торғайны. Үҙе белгән нәмәләрен ихлас һөйләргә яратты. Һағынабыҙ, юҡһынабыҙ атайыбыҙҙы. Иң үкенеслеһе – минең икенсе тыуған ҡыҙымды, йәғни ейәнсәрен, күрә алманы. Йәйгеһен ҡыҫҡаса ялға ҡайтҡанында иҫтәлекле осрашыу ойошторорға уйлағайныҡ. Телефон аша һөйләшкәндә унан ҡат-ҡат: «Атай, ниңә яуға беҙгә әйтмәй киттең?» – тип һораным... Быны сер итеп һаҡлаған икән...
Беҙҙең ғаилә менән атайҙың һуңғы осрашыуы онотолмай. Уны ҡыуандырайыҡ әле, тип әйтмәй генә ҡайтып төштөк Мәләүез районынан. Шунда атайым балалар кеүек ныҡ һөйөнгәйне, беҙҙе бик ныҡ һағынғайны, яратып ҡосаҡлап яныбыҙҙан китмәне... Баҡтиһәң, ул шунда яуға китергә йыйынып бөткән булған. Ә беҙ бер нәмә лә белмәнек... – ти күҙ йәштәрен һөртөп ҡыҙы Азалиә.
Ринат Булат улы махсус хәрби операцияла ҡатнашыр өсөн 2023 йылдың 23 октябрендә контракт төҙөй. Ул ҡатынын ҡәтғи тыйып, был хаҡта бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡуша. Хатта иң ҡәҙерле әсәһе лә белмәй ҡала.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ринат Килдебаевҡа тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Ҡыйыу яугир батырҙарса һәләк булып ҡала. 2-се батальондағы 1-се славян бригадаһы командиры дошман менән алышта алған ҡаты яраларҙан 2024 йылдың 27 ғинуарында мәңгегә күҙҙәрен йома.
Өлкән сержант Ринат Килдебаев үлгәндән һуң «Ҡаһарманлыҡ өсөн» һәм генерал Шайморатов ордендары менән бүләкләнә.
Батыр исеме мәңгелек, ти халыҡ. Ватан саҡырыуын ҡабул итеп дәһшәтле һуғышҡа ингән Башҡортостан ҡаһармандарын оноторға хаҡыбыҙ юҡ.


Зөһрә ХӘКИМОВА.
Автор һәм ғаилә архивы
фотолары.

Еңеп ҡайтырбыҙ, тигәйне...
Еңеп ҡайтырбыҙ, тигәйне...
Еңеп ҡайтырбыҙ, тигәйне...
Еңеп ҡайтырбыҙ, тигәйне...
Еңеп ҡайтырбыҙ, тигәйне...
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас