

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Дәүләт премияһына дәғүә итеүсе Зөһрә Хәкимова кандидатураһын хуплайбыҙ. Тынғыһыҙ журналист, беҙҙең яҡташыбыҙ үҫеп килеүсе йәш быуынды илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә тос өлөш индерә. Ул был эшен Башҡортостандың бар белем усаҡтары менән бергәләшеп, кәңәшләшеп телебеҙҙе үҫтереү буйынса ла ҙур проекттар тормошҡа ашыра. Балалар аңларлыҡ ябай һәм үтемле, арбағыс-ылыҡтырғыс һүҙе менән үҫеп килеүсе йәш быуында илһөйәрлек, ватансылыҡ орлоҡтары һала ул. Бигерәк тә быйылғы эше ҙур баһалауға лайыҡ. Ул йыл башында гәзит биттәрендә ҙур проект «ОНОТОЛМАҪ БАТЫР ИСЕМЕ» («Незабываемое имя героя») башлап ебәрҙе. Журналист махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар, уларҙың ғаилә ағзалары һәм улдарын юғалтҡан әсәйҙәр хаҡында уйландырғыс һәм тулҡынландырғыс мәҡәләләр яҙа. Республика мәктәптәре буйлап йыш уҡыусылар менән осраша. Беҙҙең Ярат мәктәбенә лә килде ул, уҡыусылар менән йөкмәткеле осрашыу ойоштороп, яугирҙарға хаттар яҙҙыҡ. Өсөнсө йыл барған «ӨСКӨЛ ХАТТАР» акцияһы бар Башҡортостан уҡыусыларын берләштерҙе. Балалар ҙур теләк менән йөрәктән сыҡҡан йылы һүҙҙәрен, төшөргән һүрәттәрен ебәреп уларға көс-дәрт өстәй. Тағы ла автор «Еңеү менән атай ҡайтыр» китабын баҫтырып сығарып, һалдаттар һәм тылдағы Баймаҡ халҡының башҡарған изгелек эше хаҡында яҙып, тарихҡа ҡалдырҙы. Был бит - үҙе үк батырлыҡ!
«Онотолмаҫ батыр исеме» проект буйынса баҫылған мәҡәләләре араһында беҙҙең ауылдаш, ҡыйыу яугир, командир хаҡында яҙылғанын гәзиттә балалар уҡып, әүҙем фекер алышты, яҡташтарының ҡыйыулығы хаҡында ғорурланып, оҙаҡ телдәренән төшөрмәй оҙаҡ һөйләп йөрөнөләр. Тимәк, әлегеләй мәҡәләләр кәрәк икән, тигән фекергә килдек, һәр ваҡиғаға һығымта яһар өсөн дә.
Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы – утыҙ өс йылдан ашыу балалар баҫмаһына тоғро ҡалған журналист. Уның хеҙмәтенә лайыҡлы баһа биреү балалар матбуғатына иғтибар бүлеү, уның әһәмиәтен таныу һәм уның тынғыһыҙ алып барған илһөйәрлек дәрестәрен баһалау билдәһе булыр ине, тип уйлайбыҙ. Ышанабыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!
Миләүшә ЮЛДАШБАЕВА, Ярат мәктәбе директоры.
Баймаҡ районы.