

Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы «Йәншишмә» гәзитендә «Онотолмаҫ батыр исеме» рубрикаһын алып бара. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ҡыйыу яугирҙар, уларҙың батырлығы, ғаиләләре хаҡында яҙыла. Батырҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, улар кеүек ҡыйыу булырға, илебеҙҙе һаҡларға һәр ваҡыт әҙер булырға тейеш икәнебеҙҙе аңлайбыҙ. Был мәҡәләләр буйынса дәрес-әңгәмәләр уҙғарабыҙ, үҙебеҙҙә яуаплылыҡ тойғоларын нығытабыҙ. Ысынлап та, илебеҙ азатлығы өсөн ҡыйыу алышҡан яугирҙарҙы онотмаҫҡа тейешбеҙ. Мәҡәләләрҙе уҡығас, илебеҙ киләсәге өсөн ҡыйыу, көслө һәм рухлы булырға кәрәклегенә ныҡлап төшөндөк, уйландыҡ.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. Яуҙа һәләк булғандар ҙа бар. Беҙ ҡурҡыу белмәҫ геройҙарыбыҙ хаҡында яҙып, уларҙың батырлығы хаҡында һөйләп, исемдәрен мәңгеләштерергә бурыслыбыҙ, — ти Зөһрә апай.
Ирекмән-журналист ойошторған «Өскөл хаттар» акцияһында ла беҙ теләп ҡатнаштыҡ. Шайморатовсылар синыфы булараҡ, ул көндө хәрби кейемдә хат яҙҙыҡ. Осрашыуға яуҙа булып ҡайтҡан яугир Илья Макаров та килде. Еңеү өсөн беҙ ҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индергәнебеҙ өсөн ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Бөгөн аяҙ һәм тыныс көндәребеҙ өсөн үҙҙәрен ҡорбан иткән геройҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Шулай булғас, Зөһрә апайҙың «Онотолмаҫ батыр исеме» рубрикаһында яҙылғандар беҙгә, киләсәк быуынға бик мөһим һәм кәрәк.
Беҙ, шайморатовсылар синыфы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәр исемлегендә Зөһрә апай Хәкимованы күреп ныҡ һөйөндөк. Был бүләкте ул алыр, тип ышанабыҙ.
Самира НОҒАЙЛОВА, IX cиныф уҡыусыһы.
Ғафури районы, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы.