+9 °С
Ясно
VKOKМакс
Онотолмаҫ батыр исеме
17 Сентября , 18:40

Батырҙарҙың исемен мәңгеләштерә

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде. Беҙҙең Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы һәм журналист Зөһрә Хәкимова араһында дуҫлыҡ күпере күптән һалынған. Ул хәлдәребеҙҙе белешеп, яңылыҡтарыбыҙ, уңыштарыбыҙ менән ҡыҙыҡһынып тора. Кәрәк икән, кәңәштәрен дә бирә тоғро дуҫыбыҙ. «Йәншишмә» балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенең хаттар бүлеге мөдире, Рәсәй һәм Баш­ҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, ирекмән-журналист Зөһрә апайыбыҙҙы яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Батырҙарҙың исемен мәңгеләштерәБатырҙарҙың исемен мәңгеләштерә
Батырҙарҙың исемен мәңгеләштерә

Беҙгә уның ҡәләм тибрәтеүсе уҡыу­сылар менән тығыҙ бәйләнештә булыуы оҡшай. Уларҙың һәләттәрен күреп, үҙҙәрен ижадҡа дәртләндерә белә. Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы ярҙамы менән гәзиттең әллә күпме йәш хәбәрселәре үҫеп сыҡты. Гимназиябыҙҙа ла бар ундайҙар.
Ул үҙ ваҡыты менән һис иҫәпләшмәйенсә белем усағы менән тығыҙ бәйләнештә булып, балалар менән гел бер тулҡында йөҙә. Заман технологияларын оҫта ҡулланып, онлайн форматта ла әңгәмәләшеп алалар. Балаларҙың психологияһын яҡшы аңлаған белгес булараҡ та уҡыусылар менән тиҙ генә уртаҡ тел таба белеүен билдәләп үтергә кәрәктер. Башланғыс синыфтағылар бигерәк үҙен ярата. Журналист апай­ҙары мәктәп тормошо, туған телдәрҙе өйрәнеү, республика халыҡтарының йолаларын һаҡлау тураһында ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡора. Осрашыуҙар барышында балалар асылып китә, күп һорауҙар бирә. Уйлап ҡараһаң, ошо мәлдәрҙә уҡыусылар үҙ фекерен ҡыйыу әйтергә, киң зал­да иптәштәре алдында сығыш яһарға өйрәнә бит. Улар журналистика сер­ҙәре менән таныша һәм был һөнәргә ҡыҙыҡһыныу тыуа. Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы менән аралашҡандан һуң күптәре үҙҙәре яҙыша, ҡәләм тибрәтергә илһамланып китә. Шунан «Йәншишмә» биттәрендә әйберҙәрен баҫтыра, артабан дуҫлыҡ башлана. Былар бит ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә: бала үҙенең хеҙмәт емешен күрә, үҙ өҫтөндә эшләй һәм үҙ-үҙенә ышаныс арта. Кескәйҙәргә был бик мөһим тәрбиә, уларҙың артабанғы ижади үҫешенә этәргес була.
Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙының гәзиттә баҫылған материалдарын балалар яратып уҡый. Сөнки улар аңлайышлы ғына итеп балаларса яҙыл­ған. Уның мәҡәләләре үҫеп килгән быуында үҙ халҡы өсөн ғорурлыҡ һәм Тыуған илебеҙгә ҡарата һөйөү, хөрмәт тәрбиәләй. Яуҙағы батырҙар хаҡында быйыл йыл буйына «Онотолмаҫ батыр исеме» рубрикаһы менән баҫылған мәҡәләләрен дә балалар ҡыҙыҡһынып уҡып барҙы. Ә ҡайһы бер­ҙәренең махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан атайҙары хаҡында яҙмалары гәзит биттәрендә лә донъя күрҙе. Уларҙы беҙ дәрестәрҙә уҡып, илебеҙҙе һаҡлаусы ҡыйыу һалдаттар хаҡында һөйләштек. Малайҙар был дәрес-әңгәмәнән һуң үҙҙәрен бер башҡа ҙурайып киткәндәй тойоп, уларҙа яуаплылыҡ сифаттары барлыҡҡа килеүе һиҙелде. Ҡыҙҙарға ҡарата тағы ла яҡшыраҡ мөнәсәбәттә була башланылар. Уҡыусыларыбыҙ Зөһрә Хәкимова ойошторған «Өскөл хаттар» акцияһында ла теләп ҡатнаша. Улар үҙҙәренә хәрби кейем тектереп, шул форманы кейеп яуҙағы ағайҙарына хат яҙҙы. Әйткәндәй, беҙ уҡыусылар менән ошо акцияла ҡатнашып, журналистың «Еңеү ҡайтыр атай менән» китабына инеп, тарихта ҡалдыҡ. Был хаҡта балалар гел ғорурланып һөйләй.
Заман менән бергә атлаусы, оҫта телле журналист-ирекмән Зөһрә Хәкимова үҙ эшенә яуаплы ҡарауы менән тирә-яҡтағыларҙы һоҡландыра. Ул бит уҡыусылар тураһында ғына яҙып ҡалмай, ә улар менән бергә эшләй һәм балаларға ижадта үҙ юлын, тормошта үҙ урынын табырға ныҡ ярҙам итә.
«Онотолмаҫ батыр исеме»... Атамаһынан үк күренеүенсә, Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙының был рубрика аҫтында сыҡҡан мәҡәләләре беҙҙе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ҡыйыу яугир­ҙарҙы, унда батырҙарса һәләк булғандарҙы онотмаҫҡа, улар өлгөһөндә йәш быуынды тәрбиәләргә, үҫтерергә саҡыра. Ҙур һәм изге эшкә тотонған ул. Яуҙағы батыр­ҙарыбыҙ исемен данлай, мәңгеләштерә бит. Шуға ла беҙ уны Шәһит Хоҙайбир­ҙин исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ, тип уйлайбыҙ.



Айгөл ҺАТЛЫҠОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы.

Автор:
Читайте нас