+11 °С
Ясно
VKOKМакс
Онотолмаҫ батыр исеме
21 Сентября , 17:20

Уның хеҙмәте, һис шикһеҙ, юғары баһаға лайыҡлы

Билдәле журналист Зөһрә Хәкимованың премия конкурсына тәҡдим иткән публицистик статьялар шәлкеме (цикл) – «Ҡыҙымды һағындым», «Илен яратҡан һәм уны һаҡлаған ул үҫтерҙем», «Берәй хәл була ҡалһа, ҡатыныма ипләп аңлатығыҙ...», «Еңеүҙе алғы һыҙыҡта яҡынайта», «Батырлыҡ өсөн миҙалы бар» – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡанда тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәткән Башҡортостан егеттәре тураһында. Очерктарҙың бөтәһе лә тәрән аналитик фекерләүгә ҡоролған. Автор үҙенең һәр яҙмаһында тормоштағы һәм яу ҡырындағы теге йәки был ситуацияның төп асылына үтеп инә. Зөһрә Хәкимованың тере геройҙары ҡайҙандыр, «бармаҡтан һурып» сығарылмаған, улар барыһы ла беҙҙең аранан, тормоштоң нәҡ үҙенән, ата-әсәһенең арҙаҡлы, ғәзиз улдары, ысын батырҙар. Тап шуның өсөн дә Зөһрә Хәкимованың очерктары бик уҡымлы, геройҙарының яҙмышы бер кемде лә битараф ҡалдырмай.

Уның хеҙмәте, һис шикһеҙ, юғары баһаға лайыҡлыУның хеҙмәте, һис шикһеҙ, юғары баһаға лайыҡлы
Уның хеҙмәте, һис шикһеҙ, юғары баһаға лайыҡлы

Беренсенән, Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы – бөгөнгө көндә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн яҙған иң үткер ҡәләмле журналист. Икенсенән, ул һиҙгер йөрәкле ҡатын, әсә булараҡ, махсус хәрби операция башланғас та «Йәншишмә» гәзитендә ошо теманы даими яҡтыртып барыр өсөн тәғәйен рубрика булдырҙы, һәм бына  дүрт йылдан ашыу ваҡыт һуҙымында Башҡортостаныбыҙҙан яуға киткән ир-аттарҙың тиңһеҙ ҡаһарманлығы хаҡында очерктары, мәҡәләләре менән халҡыбыҙҙың боронғо дәүерҙән быуындан-быуынға күсеп килгән яугирлыҡ, Ватанға тоғролоҡ традицияларының фиҙакәр өлгөләрен киң ҡатлам уҡыусылар иғтибарына еткерә. Зөһрә Хәкимованың яҡташ яугирҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығына арналған очерктарын тыныс ҡына уҡыу мөмкин түгел. Был «утлы» яҙмаларҙа күпме һағыш, әрнеү, Еңеү өсөн ятып ҡалған күпме яҙмыштар, күпме  ирекмәндәр хеҙмәте?!

Бына ошоларҙы уйлаһаң, ә бит, ысынлап та, илебеҙ һаҡсыларын, Ватанға тоғро граждандарҙы тәрбиәләү һәм үҫтереү кеше күңеленә йәштән, йәғни бала саҡтан уҡ һалына.

Һәләтле һәм тәжрибәле журналист Зөһрә Хәкимова үҙе лә бөгөн ана шул идеология фронтының алғы, иң яуаплы һыҙығында хеҙмәт итә лә инде. Уның хеҙмәте, һис шикһеҙ, юғары баһаға лайыҡлы. Уға уңыштар ғына теләйек!

 

Ихтирам менән,

Ҡәҙим Аралбай, Башҡортостандың халыҡ шағиры, матбуғат һәм әҙәби ижад ветераны.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас