

Журналист Зөһрә Хәкимова "Йәншишмә" гәзитенең рейтингын күтәреү, тиражын арттырыу өсөн дә күп көс һала: Өфөлә башҡорт мәктәп, гимназиялары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Ул балалар менән ихлас осраша, республиканың башҡорт теле уҡытыусылары менән дә ҙур эш алып бара. Зөһрә Хәкимованың ҡәләме үткер, фекере тос, үҙенең һүҙе бар. Журналист халыҡ араһында абруй ҡаҙанған. Һуңғы йылдарҙа алып барған эштәре, МХО-ла ҡатнашҡан башҡорт егеттәре, уларҙың ғаиләләре тураһында яҙылған очерктары иғтибарға лайыҡ, сөнки улар батырлыҡ тураһында ғына түгел, ә ябай һалдаттарҙың яҙмышы, уларҙың ҡәҙерле ата-әсәләре, ғаиләләре хаҡында уйландырырлыҡ мәҡәләләр ул. Уның яҙғандарын тыныс ҡына уҡып булмай, бик ныҡ тулҡынланып уҡыйһың. Теле лә бай, йомарт, ябай халыҡ телендә яҙа журналист.
Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһына, һис шикһеҙ, лайыҡ.
Гөлниса ЯНЫБАЕВА,
“Йәншишмә”нең элекке йәш хәбәрсеһе.
Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһының директор урынбаҫары.