-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
7 Декабрь 2017, 21:33

Гимназиябыҙҙа – өр-яңы проект!

Һөйөнсө! Гимназиябыҙҙа өр-яңы проект үҙ эшен башлап ебәрҙе. Ул «Шоу-бейеү» тип атала. Ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, ошоно бойомға ашырыу теләге зәңгәр экрандарҙа барған «ТНТ-ла бейеүҙәр» тапшырыуынан һуң барлыҡҡа килгән.

VII – XI синыф уҡыусылары ара­һынан барлығы 29 сығыш ҡуйылды. Ниндәйҙәре генә юҡ! Заманса, вальс, башҡорт халыҡ бейеүҙәре лә… Һәр кем үҙ сығышын бик матур итеп, еренә еткереп башҡарҙы.

Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла уңыштар теләйбеҙ. Ә кем гимназияның «Иң оҫта бейеүсеһе» исеменә лайыҡ булыр икән? Уныһын гала-концертта белербеҙ.

Лидиә ДИНМӨХӘМӘТОВА, йәш хәбәрсе.

Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Читайте нас: