-31 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
13 Апрель 2018, 15:15
Беҙҙең гимназия йондоҙҙары
Ҡарҙар иреп, тирә-яҡ тыуған яҡтарын һағынып ҡайтҡан ҡоштар моңона тула башлағас, беҙҙә, һәр йылдағыса, «Гимназия йондоҙҙары» исемле конкурс уҙғарыла. Быйыл ул үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләне.
Ҡарҙар иреп, тирә-яҡ тыуған яҡтарын һағынып ҡайтҡан ҡоштар моңона тула башлағас, беҙҙә, һәр йылдағыса, «Гимназия йондоҙҙары» исемле конкурс уҙғарыла. Быйыл ул үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләне.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нур Туҡаев һәм музыка уҡытыусыһы Йәүҙәт Усманов башланғысы менән барлыҡҡа килгән был проект мәҙәниәтебеҙгә, туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләй, сәнғәт буйынса һөнәр һайлауға ла үҙ өлөшөн индерә. Ошо ваҡыт эсендә бәйгелә Гран-при, төрлө номинацияларҙа призлы урындар яулаған йәш таланттар бөгөн сәнғәт юлын һайлап, уңышлы ғына эшләп йөрөй. Эске эштәр системаһында мәҙәниәт бүлеге етәксеһе урынбаҫары Әлиә Хәзиева, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисткаһы Гөлмирә Исмәғилева, Ҡытайҙа өс йыл рәттән симфоник оркестр менән бергә сығыш яһаған скрипкасы Сулпан Рафиҡова, Ирина Захарова, Розалина Бикмәева, Нәзилә Туйгилдина, Илнур Туйгилдин, Илнур Рамаҙанов, Илсинә Яҡшыбаевалар яҙ еткән һайын был конкурсты иҫкә алаларҙыр, тип уйлайым.
Ул өс йүнәлештә барҙы: бейеү, йыр, нәфис һүҙ оҫтаһы. Иң шәп бейеүсе булып V «А» синыфы уҡыусыһы Арсен Шәрипов танылды. Нәфис һүҙ оҫтаһы конкурсында IX «Б» синыфы уҡыусыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика бәйгеләре еңеүсеһе, 2017 йылда «Йәйләү» лагерында ял итеү хоҡуғына лайыҡ булған Гөлназ Үтәгәнова еңеп сыҡты. «Вокал» номинацияһында VI «А»нан Вероника Тютюнникова Гран-при яуланы. Әйткәндәй, ҡасандыр гитарала уйнап, үҙе сығарған йырын башҡарып еңеүсе булған, әле Стәрлетамаҡ районында эшләп йөрөгән Илнур Туйгилдин жюри рәйесе булараҡ саҡырылды. Һәр ҡатнашыусыға дипломдар, бүләктәр бирелде. Ә композитор, ошо проекттың алыштырғыһыҙ етәксеһе Йәүҙәт Усманов, йылдағыса, үҙенең шәхси призын да тапшырҙы.
Йыр буйынса еңеү яулаған Вероника гимназиябыҙҙа бишенсе синыфтан белем ала. Бөтә фәндәрҙе тик урыҫса ғына уҡыған ҡыҙ бөгөн тырышып-тырмашып башҡорт телен өйрәнә. Тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Йырҙан тыш, гимназиябыҙҙағы «Аҡсарлаҡ» бейеү түңәрәгенә лә йөрөй. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсинә Йосопова әйтеүенсә, Вероника бирелгән шиғырҙарҙы ваҡытында ятлай. «Урал батыр» эпосының 250 юлын белә. Быйыл ҡалабыҙҙа үткән «Күп тауышлы Башҡортостан» шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә еңеүсе лә булған. Киләсәктә мәртәбәле сәсәндәр ярышына барырға хыяллана. Бына бит, дуҫтар, тырышып уҡыу үҙебеҙҙән тора. Киләсәктәге бәхетле тормошобоҙға нигеҙ бөгөн һалына.
Гөлдәриә ҒАЙСИНА, X синыф уҡыусыһы.
Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән